…Инде йылдан ашыу ҡулына йүнләп эш бармаған Ғиҙҙиниса бер көн өйөнөң һәр ярыҡ-тишеген ҡалдырмай тигәндәй ҡырып-һепереп, таҙарта башлай, ҡәҙерле ҡунаҡ көтәме ни.
Шул саҡ аҡылға самалыраҡ күрше Әмир исемле малай килеп инә лә:
– Инәй, Абдулхаҡ ағай ҡайтҡан, Абдулхаҡ ағай ҡайтҡан, – тип һөрәнләй башлай.
– Эй, улым, ағайың күптән гүр эйәһе бит инде, ана, пособиеһын алғанға ла ун ай булды, – ти ҙә малайҙың арҡаһынан тупылдатып ярата. – Зиһенең үлемде ҡабул итмәй шул, күңелемде йыуатҡаның өсөн рәхмәт, балаҡайым, – тип өҫтәп ҡуя.
– Ысын әйтәм, ысын, Абдулхаҡ ағай ҡайтҡан!
Әмирҙең күңелен китмәйем тип, Ғиҙҙиниса малайҙың артынан ауыл советы яғына йүнәлә. “Бөткәнме ни Абдулхаҡтар ауылда, берәй фронтовик ҡайтҡандыр, барып күрәйем, үҙ улымды осратҡандай булырмын”, – тип уйлай ул атлағанда.
Ҡатын ауыл советына етәрәк теге яугир ҡаршыһына осрай. Башы бәйләнгән, ҡултыҡ таяғына таянған, сатанлап, бөршәйеп ҡалған һалдат килә. Ирекһеҙҙән бәһлеүәндәй кәүҙәле улы күҙ алдына баҫа шул саҡ. “Кем балаһы икән был?” тип уйлап торғанда Ғиҙҙинисаның аңын таныш тауыш телеп үтә:
– Әсә-ә-ә-ә-й!
Өнмө был, төшмө? Ҡатын ҡурҡып китә, ә яугир килеп ҡосаҡлағас, тамам һушынан яҙа. Бына шулай, инде “теге донъянан” сәләм ебәргәндән һуң ҡайтып инә Абдулхаҡ Ниғмәтуллин тыуған Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылына. Нисәмә тапҡыр әжәлдең күҙенә ҡарап ала, әммә бирешмәй яугир, дошманын тар-мар итеп, ғәзиз тупрағына аяҡ баҫа!
…Һуғыш башланғас та Ҡыҙыл Армия сафына китергә ашҡынған йәш-елкенсәк араһында 17-һе саҡ тулған Абдулхаҡ та була. Металлургия техникумында белем алған һәм “Аэроклуб” түңәрәгендә шөғөлләнгән егет һис һүҙһеҙ Мәскәү ҡалаһының Тушино аэродромына уҡырға, дошман тылында эшләргә өйрәнергә ебәрелгән 650 десантсы рәтенә баҫа. Күнекмәләр мәлендә Абдулхаҡ 30 тапҡыр парашют менән ырғый, хәрби осоусыларҙы һөжүмгә әҙерләгәндә ярҙамлаша. Нәҡ ошо ваҡытта дошман баш ҡала янына уҡмаша…
Көҙөн гитлерсылар Сталинградты ҡулға төшөрөргә уйлай. Генерал Паулюс Европа һәм Кавказдан тиҙ арала күсерелгән армия менән планын “тиҙ генә тормошҡа ашырам” тип хыяллана. Әммә һуңғы тамсы ҡанына тиклем ҡаршы торған яугирҙәрҙе күреп, немец армияһы баҙап ҡала. Төп көс Чуйков етәкселегендәге 62-се армияға төшә. Дошман өс меңгә яҡын авиабомба яуҙыра, бер юлы йөҙләгән кеше үлгән саҡтар була, әммә беҙҙекеләр ныҡ тора. Абдулхаҡ нәҡ ошо ҡан ҡойошта ҡатнаша ла инде.
Был яуҙа Әрмет егетен Чуйков үҙ ҡулдары менән “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләй. “Батырлығы” ла үҙенсәлекле килеп сыға…
Бер саҡ шулай командир “тел” алып ҡайтырға бойороҡ бирә. Егеттәр дошман тылына йүнәлә. Барып етһәләр, немецтар байрам ҡылып ята: музыка уйнай, шау-шыу. Шул саҡ, Мостай Кәрим әйтмешләй, “һунарға килеүселәр” дошман ҡунаҡлаған өйҙөң ситендә көтөп кенә тора ла, ишек асылып, береһе килеп сығыу менән уны эләктереп тә ала. Артыҡ тауыш сығармаһын өсөн, немецтың башына берҙе ҡундыралар. Тик, инде ҡайтайыҡ ҡына тиһәләр, наряд осрай.
– Ҡайҙа китеп бараһығыҙ?
– Медсанчасҡа алып киттек.
Хас кинолағыса йәки әҙәби әҫәрҙәгесә килеп сыға был осраҡ. Иң ҡыҙығы шул: Абдулхаҡ “һунарҙан” бик ҙур “табыш” алып ҡайта – үтә лә мөһим документтар тотҡан фриц офицерын эләктерә ул.
Әммә гел генә уңайлы һәм уңышлы килеп сығып тормай шул фронтта. Хәлдән тайғансы, иртә таңдан кискә тиклем “Максим” пулеметынан атырға ла, дошман менән дөмбәҫләшеп һуғышырға ла тура килә, яуҙаштарҙы юғалтыу тураһында әйтәһе лә түгел. Ә бер мәл Абдулхаҡ яраланып ҡуя. Дошман танкын шартлатҡанда мина ярсыҡтары егеттең тәненә килеп ҡаҙала. Береһе – аяғына, икенсеһе күкрәгенә тейә. Ябай ғына егеттең шундай мәшһүр ҡаһарманлыҡтары 33 мең немец һалдатының әсир төшөүендә роль уйнамай ҡалмағандыр.
Өс ай дауаланғандан һуң Абдулхаҡ йәнә фронт һыҙығына баҫа һәм… йәнә яралана. Был юлы иһә егетте дошман пуляһы аяҡтан йыға.
– Күп ҡан ағыуҙан аңымды юғалттым. Уянып киткәндә ер-өйҙә (землянкала) арҡыры бысҡы менән аяҡты киҫәләр ине. Бер медсестра “тегәйек – йәбешер” ти. Икенсеһе “йәбешмәҫ” тип бәхәсләшә. Ҡабаттан инде госпиталдә уяндым. Тәү сиратта аяғымды һәрмәп ҡараным, – тип хәтерләй был ваҡиғаны, күп йылдар үткәс, фронтовик кистәрен ҡатыны һәм балалары менән йыйылып ултырғанда.
Шул госпиталдә ятҡан мәлдә “йүнәлмәҫ” тип тыуған ауылына “ҡара ҡағыҙ” ебәрәләр ҙә инде.
Батырлыҡтары өсөн Абдулхаҡ Ниғмәтуллин Дан орденына һәм тағы ике орденға, 14 миҙалға лайыҡ була. Тик миҙалдың икенсе яғы ла бар шул – дүрт ҡабырғаһын ҡалдыра ул яуҙа, дошман пуляһы йөрәгенән ике сантиметр ситтәрәк кенә үтеп китә, икенсе пуля үпкәһен тишә, аяғы алты сантиметрға ҡыҫҡарып ҡала. Ә йөрәккә уйылған ғазаптар күпме?!
Фронттан ҡайтып, бер аҙ йүнәлгәс, Абдулхаҡ башта мәктәптә балаларға хәрби оҫталыҡ күнекмәләрен өйрәтә, һуңынан милицияға эшкә күсә. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле ҡабырғаһыҙ сатан милиционерҙы. Хәйер, ни ҡылаһың, ваҡыты шул, бер ул ғына түгел.
Тән ағзалары теүәл булмаһа ла, аң-белеме буйынса бик оҫта оперуполномоченный итеп белә уны халыҡ. Етдилеге, талапсанлығы, ныҡышмаллығы менән алдыра. Шулай булмаһа, 50 саҡрымға һуҙылған майҙанда урынлашҡан ауылдарын нисек урап сығыр ине участка милиционеры.
Районында бер нисә йыл эшләгәндән һуң Абдулхаҡты Мәсетле, унан һуң Балаҡатайға күсерәләр. Һуңғы районды ул тәненән йәне айырылғансы төйәк итә, хәле насарайғансы сафта ҡала.
Балаҡатай районында уны нисек хөрмәт иткәндәрен бер күренеш менән дә сағылдырып булалыр. Бер саҡ шулай йыраҡтан ҡунаҡҡа килгән туғанын үҙенең мотоциклында аэродромға оҙатырға килә ул (еңел машинаға ултыр ҙа сыҡ та кит заманы түгел бит). Ҡараһалар, “кукурузник” инде һауаға күтәрелгән, бер сама бейеклек тә йыйған. Шул саҡ Абдулхаҡтың саҡырыуҙы ишаралаған бер генә ҡул һелтәүе була, һауалағы самолет кире ергә ултыра.
Эйе, Абдулхаҡ Абдрахман улын Балаҡатайҙа әле лә яҡшы беләләр, үҙе күптән гүр эйәһе булһа ла, ололап хәтерләп, хөрмәт итәләр. Әммә тыуған төйәгендә генә уны иҫләгән кешеләр һирәк һымаҡ. Һәр хәлдә балалары уның исем-шәрифен Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исемлегендә тапмаған. Хәйер, үҙем дә яҡташымды инде туҡһанды уҙған тол ҡатыны Мәмдүҙә Шәйхислам ҡыҙы һөйләгәндәренән генә таныным. Нисек кенә булмаһын, илебеҙгә Еңеү алып килгән быуын, ҡайҙа һәм нисек йәшәгәненә ҡарамаҫтан, һис шикһеҙ хөрмәткә һәм данға лайыҡ.
Рәмил МАНСУРОВ.