Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2022, 18:25

Урамдар буйлап танктар үтәсәк

Быйыл Стәрлетамаҡта Еңеү көнө бығаса булмағанса киң итеп билдәләнәсәк.

Урамдар буйлап танктар үтәсәк
Урамдар буйлап танктар үтәсәк

Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, байрам саралары бер нисә майҙанда, шул иҫәптән алыҫ биҫтәләрҙә лә ойошторала.

Тантана йола буйынса Еңеү паркында сәскә һалыуҙан башлана. Артабан ретро-автомобилдәр, һуғыш осоро техникаһы ҡатнашлығында парад буласаҡ. Бынан тыш, Ленин һәм Октябрь проспекттары буйлап легендар Т-34, Т-60 һәм Т-70 танктары үтәсәк. Улай ғына ла түгел, был көндө Стәрлетамаҡ күген "Первушин" аэродромы самолеттары ҡатнашлығында авиашоу биҙәйәсәк!

Әлбиттә, һәр йылдағыса концерттар, күргәҙмәләр ҙә гөрләп торасаҡ 9 майҙа ҡалала.

Эльдар Фәттәхов фотоларында: 2021 йылда үткән Парад һәм "Үлемһеҙ полк" акцияһынан күренештәр.

Урамдар буйлап танктар үтәсәк
Урамдар буйлап танктар үтәсәк
Урамдар буйлап танктар үтәсәк
Урамдар буйлап танктар үтәсәк
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: