Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2022, 10:29

Ветерандың үҙ шыршыһы бар

Бәхетле һәм оҙаҡ йәшәүенең сере бар.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Дәһшәтле йылдарҙың йәнле легендаһы – Ғәйзулла Әблүзинде баймаҡтар яҡшы белә. Ул йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә уҡыусылар менән төрлө осрашыуҙарҙа, батырлыҡ дәрестәрендә йыш була, район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ветеран әле лә сафта, әле уға 96 йәш. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының Еңеү паркында ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашып, үҙ исемен йөрөтәсәк шыршы ултыртты.

“Үлеп терелгән һалдатмын мин” тип һәр саҡ мәрәкәләп алырға ла онотмай ул, шуға күрә Бөйөк Еңеү байрамын да ветеран тулҡынланып ҡаршы ала. 1945 йылдың апрелендә уның һәләк булыуы тураһында хат килә һәм, уның исемен “Хәтер” китабына индереп, “Германияның Бреслау ҡалаһында ерләнгән” тип яҙып ҡуйыла. Бәхеткә күрә, ул бөгөн дә беҙҙең арала.

Ғәйзулла Мөхәмәт улы 1926 йылда Баймаҡ районының Байыш ауылында донъяға килә. Ете йә­шендә малай атайһыҙ ҡала, әммә әсәһе уны мәктәптә уҡытыу өсөн бар тырышлығын һала. Тәүге уҡы­тыусыһы Зыяитдин Раҡаев була. Дүртенсе класты тамамлағас, артабан белем эстәү теләге көслө булыуға ҡарамаҫтан, Ғәйзуллаға уҡыу эләкмәй. “Урғаҙа” колхозында төрлө эш башҡарырға тура килә уға. Һуғыш башланғанда 15 йәшлек үҫмер үҙенә күрә тәжрибәле эшсегә әүерелә. 1943 йылда 17 йәшлек егетте әрмегә саҡыралар.

– Беҙҙе урманда урынлашҡан Алкин хәрби гарнизонына алып килделәр, – тип хәтер ебен тағата әңгә­мәсем. – Мине ни өсөндөр башҡа­ларҙан айырып маҡтай торғайнылар. Күрәһең, шуғалыр кесе командирҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәргәндәр. Минең дүрт класс белемем менән ниндәй командир сыҡһын тип аптырауыма “Һинән сығасаҡ!” тигән яуап ишеттем. Алты ай уҡығандан һуң, Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби лагерына киттем.

Фронт һыҙығына Ғәйзулла Әблү­зин 1944 йылдың ноябрендә 6-сы армияның 359-сы уҡсылар һәм 395-се пехота дивизияһы составын­да Беренсе Украина фронты аша эләгә. Ул Көнбайыш Украина, Польша ҡалаларын азат итеүҙә ҡатна­ша. Ҡаты алыштарҙың бере­һендә йәш һалдат янында көслө шартлау яңғырай. Контузия алып, уға ике ай госпиталдә ятырға тура килә.

Артабан Ғәйзулла Мөхәмәт улы йәнә фронтҡа йүнәлә, илебеҙҙең ауыл һәм ҡалаларын немец илба­ҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Бигерәк тә Германияның Бреслау (хәҙер – Вроцлав) ҡала­һында барған алыш әле булһа ветерандың хәтерендә. Хәрби машиналар етештергән ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнгән Бреслау янында завод һәм концлагерь урынлашҡан була. Ҡеүәтле ҡәлғәне азат итеү бурысы Ғәйзулла Әблүзин хеҙмәт иткән армия һалдаттары иңенә төшә.

Баймаҡ һалдаты икенсегә контузия ала, был юлы хәле үтә ауыр була. Хатта табиптар уның йүнәлеп китеренә ышанмай, шунлыҡтанмы, район военкоматына, аҙаҡ әсәһенә уның үлеме хаҡында “ҡара ҡағыҙ” ебәрелә.

Еңеү яҙын ул госпиталдә ҡар­шы­лай. Йәш организм тәрән яра­лар­ҙы ла еңә, аҡрынлап Ғәйзулла Мөхәмәт улының сәләмәтлеге яҡшыра һәм яңынан сафҡа баҫа. Һуғыш тамамланғас, уға тыуған яғына тиҙ генә ҡайтырға тура кил­мәй. Европаның төрлө ҡала­ларында хеҙмәтен дауам итә.

Тыуған яғына 1951 йылда ҡайтып төшә. Фронтовикка Баймаҡтан юғары хеҙмәт хаҡы булған производствола алты сәғәтлек эш тәҡдим ителә, әммә Ғәйзулла Әблүзин үҙенең ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә һәм бар көсөн ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙана. 1954 йылда Хәмиҙә исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, ете балаға ғүмер бирәләр, 57 йыл бәхетле ғүмер кисерәләр.

Ғәйзулла Әблүзин 85 йәшкә тиклем ике “тимер ат”ты йүгәнләй. Бе­ре­һен ҡунаҡҡа һәм Баймаҡҡа барыу өсөн генә файҙалана, үҙе әйт­мешләй, “уазигын” хужалыҡ эш­тәренә тотона. Ҡатыны вафат булғандан һуң, һуғыш михнәттәре, яуҙан һуңғы ауыр йылдар, хатта ауыр тән яралары ла һындыра ал­ма­ған ветеран бер аҙ төшөнкөлөккә бирелә, күңеле кителә, әммә элекке һалдат үҙен тиҙ ҡулға ала.

Бөгөн ул Баймаҡ ҡалаһында ейәнсәре Эльвера менән бергә йәшәй, тыуған ауылы Байышты ла онотмай. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугирҙең күкрәген II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары биҙәй. “Бәхетле һәм оҙаҡ йәшәүемдең сере – тормоштан ҡәнәғәт булыуҙа һәм йәйәү йөрөүҙә”, – ти яугир. Баймаҡ ветераны әле лә көн һайын саф һауала йөрөй, тирә-яҡҡа бағып, тормоштан йәм таба, йәшәүенең ҡәҙерен белә.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас в