Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2022, 22:45

Ғафуриҙар байрамды нисек ҡаршылай?

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы айҡанлы Ғафури районы үҙәге Красноусолда төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған.

Ғафуриҙар байрамды нисек ҡаршылай?
Ғафуриҙар байрамды нисек ҡаршылай?

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы айҡанлы Ғафури районы үҙәге Красноусолда төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған.

9 Майҙа 08.30 сәғәттә “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты эргәһендә йыйыла. Байрам көнөндә хәрби техника парады, тантаналы митинг, Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу,  байрам концерты, хәрби техника күргәҙмәһе була.

9 Майҙа йылдағыса Красноусол ауылы урамдары буйлап еңел атлетика эстафетаһы үтә. 12.00 – “Еңеү кубогы” футболы (“Йәшлек” паркы), 12.00 - волейбол (ҡатын-ҡыҙҙар) – балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, 12.00 - волейбол (ир-егеттәр) – “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында, 12.00 - баскетбол 3/3 (ҡыҙҙар/ҡатын-ҡыҙҙар) - 1-се мәктәптә, 12.00 - баскетбол 3/3 (егеттәр/ирҙәр) - 2-се мәктәптә үткәрелә.

Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы алдынан Ғафури районында "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара акцияһы уҙҙы. Акция сиктәрендә Красноусол ауылында Советтар Союзы Геройы Анатолий  Горин хөрмәтенә “Хәтер баҡсаһы” барлыҡҡа килде. Сарала Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Геройҙың туғандары, “Десант” ойошмаһы тәрбиәләнеүселәре, йәш армеецтар һәм башҡалар ҡатнашты. Улар 20 ҡыҙыл миләш үҫентеһе ултыртты, ҡоймалар ҡуйҙы.

Бурлы ауыл советы биләмәһендә лә яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә 3,5 гектар урман фонды еренә 14 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

Фото: Ғафури районы хакимиәте. 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: