Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2022, 22:30

“Хәтер тупрағы”- геройҙың тыуған ерендә

Акция иртәгә, 9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында тамамланасаҡ.

“Хәтер тупрағы”- геройҙың тыуған ерендә
“Хәтер тупрағы”- геройҙың тыуған ерендә

 Республика марафонының һуңғы нөктәһе - генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылы.

Марафонды асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы, марафонда ҡатнашыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы исеменән Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков һәм Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев сәләмләне.

“Беҙ, ҡырмыҫҡалылар бөгөн үҙебеҙҙә ете район вәкилдәрен тәбрикләйбеҙ. Акцияла ҡатнашыуыбыҙ икеләтә ҡыуаныслы, сөнки районыбыҙҙың Шайморат ауылы легендар геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылы. Геройҙар ҡаһарманлығын, Бөйөк Еңеү данын онотмау – беҙҙең бурысыбыҙ”, - тип телмәр тотто район башлығы.

Тантанала рядовой, Чечня һуғыш ветераны Зәлил Исхаҡов (Ҡырмыҫҡалы районы), рядовой, Афған һуғышы ветераны Радик Фардыкаев (Иглин районы), гвардия майоры Артур Сөләймәнов (Нуриман районы), рядовой, Афған һуғышы ветераны Владимир Петров (Өфө районы), кесе сержант, Афған һуғышы ветераны Ринат Рәхмәтуллин (Ғафури районы), сержант, Афған һуғышы ветераны Айрат Ғәббәсов (Ауырғазы районы), ветеран, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы сержант Владимир Вашкевич (Архангель районы) һәм сержант Андрей Манетов (Стәрлетамаҡ районы) ҡатнашты.

Акция иртәгә, 9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында тамамланасаҡ. Йыйылған тупраҡ менән гильза тантаналы рәүештә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайтынан.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в