Социаль селтәрҙәрҙә “Үлемһеҙ полк” өсөн аҡса йыйырға кәрәкме тигән һорау килә. Юҡ, кәрәкмәй!
“Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” (“Бессмертный полк России”) Бөтә Рәсәй хәрәкәте йүнәлеше буйынса Башҡортостанда ла акциялар үтә. Ул үҙенең эшен polkrf.ru сайтында алып бара һәм аҡса йыйыу менән шөғөлләнмәй. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында мәғлүмәт йыйыу һәм ҡуйыу бушлай башҡарыла.
Мөрәжәғәткә яуапты БР Йәштәр сәйәсәте дәүләт комитетынан хеҙмәттәштәребеҙ әҙерләргә ярҙам итте. Рәхмәт!
Үлемһеҙ полк сайтында онлайн-конструктор ярҙамында үҙеңдең штендерыңды төҙөргә була https://www.polkrf.ru/sozdajte-shtender-k-9-maya/
Еңеү көнө менән!
#ЦУРБашкортостан #решаем_вместе