Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Шәһиҙә инәй 105-се яҙын ҡаршы алды

Һуғыштан ҡайтҡан ире менән ни бары алты йыл ғына бергә йәшәп ҡалалар, яу яралары ирҙең  сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшатҡан була...

Шәһиҙә инәй 105-се яҙын ҡаршы алды
Шәһиҙә инәй 105-се яҙын ҡаршы алды

Өфө районының Нөрлө ауылында йәшәгән тыл ветераны  Шәһиҙә Кәбирова 105 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алды. Уны бөгөн тыуған көнө менән дә, Еңеү байрамы менән дә ихлас ҡотлайҙар. 

Шәһиҙә Нурияздан ҡыҙы  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда тиҫтерҙәре менән төрлө эштәрҙә көс түккән. “Йәш саҡта колхозда арыу-талыуһыҙ эшләнем. Алабута беҙҙе аслыҡтан, үлемдән  йолоп алып ҡалды. Ирем вафат булғас, донъя мәшәҡәттәрен бер үҙемә күтәрергә тура килде,” – ти хеҙмәт һәм тыл ветераны.

Ире 1941 йылда һуғышҡа киткәс,  ул өс балаһы менән тороп ҡала.  Фермала, баҫыуҙа эшләй, аҙаҡ трактор йөрөтөргә өйрәнә. Төнөн яугирҙәргә оҙатыу өсөн йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләй. Тормош иптәше һуғыш тамамланғандан һуң йәнә ике йыл хеҙмәт итә, орден-миҙалдар тағып, тыуған яҡҡа ҡайта.  Ни бары алты йыл ғына бергә йәшәп ҡалалар, һуғыш яралары ирҙең  сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшатҡан була.

–Миңә 82 йәш, әсәйемә – 105! Бына шулай бергәләшеп донъя көтәбеҙ. Уның оҙайлы ғүмер сере – хеҙмәт һөйөүҙә, – ти ҡыҙы Наилә Ғарипова.– Әсәйем  ете бала тәрбиәләп үҫтерҙе, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре ете тиҫтәнән ашты.

Бына шундай тормош һөйөүсән кеше ул Шәһиҙә инәй. Ил Президентының  Ҡотлау хатын һәм   район хакимиәте тарафынан тапшырылған Почет грамотаһын алғас, хеҙмәт ветеранының күңеле тулышыуын, күҙ йәштәрен тыя алмауын аңларға була.  “Беҙ Шәһиҙә Нурияздан ҡыҙын йыл һайын тыуған көнө һәм Еңеү көнө байрамы менән ҡотларға киләбеҙ. Беҙҙең өсөн дә был көн бик тулҡынландырғыс”, – ти Николаевка ауыл советы хакимиәте башлығы Антон Черепанов.

Фото:  Өфө районы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в