Бөтә яңылыҡтар

Шайморатов варистары ветеран эргәһендә

 Нәжиб Нәзиф улы  ҡыҙ һәм малайҙарға бәхетле бала саҡ теләне

Шайморатов варистары ветеран эргәһендә
Шайморатов варистары ветеран эргәһендә

Еңеү көнө күңелдә шатлыҡ хистәренән тыш,  ҙур юғалтыу кисергән халҡыбыҙҙа  күҙ йәштәренә мансылған ауыр тойғолар ҙа уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандарыбыҙ сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә.

Саҡмағош ауылы гимназияһының шайморатовсылары  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  Нәжиб Нәзиф улы Әзмәтовты   Еңеү көнө менән ҡотларға килде. Гимназия директоры Илдус Шәйҙуллин сараны асып, ветеранға ныҡлы һаулыҡ, оҙайлы ғүмер, именлек теләне.  Шайморатовсылар ихатаны яңғыратып, хәрби йырҙарҙы йырланы, шиғырҙар уҡыны, бейене. Ветеран осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды, ҡыҙ һәм малайҙарға бәхетле бала саҡ теләне.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в