Өфө ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тамара Казакованың йорто янында байрам концерты һәм парад ойошторолдо, тип яҙа баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәрҙә. “Ветераныбыҙ алдында баш эйәбеҙ, хөрмәт итәбеҙ.Тамара Дмитриевнаға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!”– тип ҡотлаған уны ҡала хакимиәте етәксеһе.
Тамара Казаковаға 96 йәш. 1943 йылда фронтҡа үҙ теләге менән китә. Авиация разведкаһы училищеһының тиҙләтелгән курсын тамамлай, сержант званиеһында 1-се һауа армияһында хеҙмәт итә. Смоленск эргәһендәге, Белоруссия, Польша, Литва, Көнсығыш Пруссиялағы һуғыштарҙа, Кёнисбергты алыуҙа ҡатнаша.
Тамара Казакова тыныс ваҡытта Өфө ҡалаһы Киров районының аҙыҡ-түлек тәьминәтендә эшләй. Әлеге көндә лә тик ятмай, Совет районының “Фронтташ әхирәттәр” клубына етәкселек итә. Еңеү көнөндә ветеран Мәскәүҙәге парадта ҡатнашасаҡ. Уға хәйерле юл теләйбеҙ!
Фото: ҡала мэрының телеграм-каналынан.