Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш балалары - ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ, сабырлыҡ өлгөһө

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында ғүмер итеүсе Хәлиҙә Фәхретдинова 85 йәшен билдәләй

Һуғыш балалары - ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ, сабырлыҡ өлгөһө
Һуғыш балалары - ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ, сабырлыҡ өлгөһө

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында ғүмер итеүсе Хәлиҙә Фәхретдинова 85 йәшен билдәләй. 9 йәшенән үгәй әсә ҡулында үҫә ул. Үҫмер, йәшлек йылдары һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үтә. 1958 йылда Әхмәҙи менән ғаилә ҡороп, бер-бер артлы биш балаға ғүмер бирәләр.

Хәлиҙә Сөләймән ҡыҙы һатыусы, тәрбиәсе, аҙаҡ оҙаҡ йылдар Таулыҡай мәктәбендә китапханасы булып эшләй. Әҙәбиәткә, нәфис һүҙгә булған һөйөүе әле лә һүнмәй уның – ауыл, район, республика күләмендә үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә даими ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бихисап маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. «Хеҙмәт ветераны», «Әсәлек даны», «Һуғыш балаһы» миҙалдарына эйә. 45 йыл ҡәйнә менән, 63 йыл тормош иптәше менән ғүмер иткән. Ауылдың ағинәйе, әүҙем йәмәғәтсе, әле лә ижади тормошта ҡайнап йәшәгән Хәлиҙә Фәхретдинова 12 ейән-ейәнсәрен, 16 бүлә-бүләсәһен һөйөп-һөйөнөп йәшәй. Көслө рухлы һуғыш балалары ныҡлыҡ, тырышлыҡ, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ, тормош һөйөүсәнлек менән барыбыҙға ла өлгө. Һаулыҡ теләйбеҙ Һеҙгә, Таулыҡай ағинәйе!  

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в