Еңеү көнө алдынан бик күптәр “Ветеран менән бергә” илһөйәрлек акцияһын хуплап ҡаршы алды. Шуларҙың береһе – Дүртөйлөләге “Империя” мәҙәни- күңел асыу үҙәге директоры Алһыу Хәсбуранова. Эшҡыуар һәр ваҡыт хәйриә ярҙамы күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Еңеү көнөн ҡаршылар алдынан ул май айы башында 98 йәшен билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәүҙәт Ғиләжевты күркәм байрамдары менән ҡотларға килде.
Аҙаҡ Алһыу Хәсбуранова 96 йәшлек һуғыш ветераны Шәмшәриф Хәмиҙуллин һәм уның йәштәше Ғәфиәтулла Хәбибуллинды оло байрам менән ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы. Ветерандарҙың хәтере яҡшы, улар һуғыш афәттәрен дә, бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен дә онотмаған. Рух берлеге, тыуған илгә һөйөү фашистарҙы еңергә ярҙам итте, ти улар.
– Минең олатайҙарым да Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары. 1919 йылғы Ниғмәтйән Нәсифуллин 2-се Белоруссия фронтында разведчик булып хеҙмәт итә, 1910 йылғы Әҙһәм Сәлиғәскәров Ленинградты ҡамауҙан сығарыуҙа ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар хәҙер беҙҙең менән бергә түгел инде. Олатайҙарым иҫтәлеге хөрмәтенә мин дә “Ветеран менән бергә” акцияһында ҡатнашам. Рәхмәт, ветерандарыбыҙға!” – ти “Империя” мәҙәни-күңел асыу үҙәге директоры Алһыу Хәсбуранова.
Фото: Дүртөйлө район хакимиәте.