Еңеү көнө алдынан Балтас районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхнәф Мазһар улы Мазһаров йорто алдында шәхси парад ойошторолдо. Ветеранды байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, уның урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова, ауыл советы хакимиәте башлығы Илгиз Рәхимйәнов һәм яҡындары, туғандары килде.
Әхнәф Мазһаров 1926 йылдың 8 мартында Балтас районы Сурапан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. 1944 йылдың ғинуарында фронтҡа китә. Элемтәсе Мазһаров Берлинға тиклем етә. Һуғыштан һуң Краснодар крайында ете йыл хеҙмәт иткәс кенә, тыуған яғына ҡайта.
Бик күп миҙалдар менән наградлана. Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай, мәғариф алдынғыһы була.
Хакимиәт башлығы Илгиз Ахвас улы ветеранды байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне һәм бүләктәр бирҙе. Иҫке Балтас ауылының 2-се мәктәбе пионерҙары еңеү тураһында шиғырҙар һөйләне һәм ветеранға хат тапшырҙы. Парад тамамланғас, район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары тарафынан бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде.
Фото: Балтас районы хакимиәте сайтынан.