Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан байрам тантанаһы үтте.
Һуғыш батырҙарына арнап ҡуйылған обелискҡа сәскәләр һалыуҙан һуң концерт ҡуйылды, шунан барыһы ла тәмле байрам сәйе эсергә Мәҙәниәт йорто алдындағы “ялан кухняһы” янына йыйылды. Тел йоторлоҡ бутҡаны "Ҡояшҡай" кафеһының хужабикәһе Нәзирә Рәхмәтуллина бешергәйне. Ул 1-се төркөм һуғыш инвалиды Мәүлембирҙе Ғәзизовтың ҡыҙы. Йыл да, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығынан алып, Нәзирә апай кафеһы алдында табынды үҙе әҙерләй торғайны. Быйылғы байрам сәйен Сәйетбаба ауыл хакимиәте (Венер Ҡунафин, Фәнизә Байбулдина) ойошторған. Тантана ағинәйҙәрҙең, ауыл халҡының илебеҙгә тыныслыҡ, именлек теләп уҡылған изге доғалары менән тамамланды.