Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2022, 20:15

Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде

Был эштәр 2017 йылда башланған...

Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде
Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде

Ҡырмыҫҡалы районының Һыуыҡшишмә ауылында мемориаль плитә астылар.

Был эштәр 2017 йылда ауыл биләмәһе башлығы Григорий Екимов булғанда уҡ башланған, тик һуңғы көндәрҙә генә тамамланған.  Мемориаль плитәлә Һыуыҡшишмә, Һарыһаҙ, Ракитовка ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына киткән 167 кешенең исеме мәңгеләштерелде.

“Исемлекте тотош донъя менән төҙөнөк, - тип белдергән Подлуб ауыл хакимиәтенең әлеге башлығы Наил Ҡадиров. – Урындағы уҡытыусылар, клуб һәм Сыуаш мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре тос өлөш индерҙе”.

Тантаналы сарала Ҡырмыҫҡалы районы Советы рәйесе Ринат Шәйбәков, монтаж эштәрен атҡарған шәхси эшҡыуар Дамир Насиров, меценат Михаил Малюшин ҡатнашты.

Фотолар: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.

 

Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде
Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде
Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде
Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде
Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде
Яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: