Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 15:00

Андрей Назаров был көндә олатаһын иҫкә алды

Бөйөк Еңеү көнөндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең олатаһы Ефим Назаров тураһында яҙма ҡалдырған.

Андрей Назаров был көндә олатаһын иҫкә алды
Андрей Назаров был көндә олатаһын иҫкә алды

Еңеү көнөндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең телеграм-каналында олатаһы, кесе сержант Ефим Иванович Назаров тураһында хәтирә-яҙма урынлаштырған. Ул  1942 йылдың июнендә Новгород өлкәһендә һәләк була. 

"Олатайым Ефим Назаров – Йылайыр районынан. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Золопров район хәрби комиссариатына саҡырылып, кесе сержант дәрәжәһендә 145-се айырым уҡсылар бригадаһы штабында хеҙмәт итә.

1942 йылдың 2 июнендә ул Новгород өлкәһенең Старорусский районында батырҙарса һәләк була. Олатайым, меңәрләгән совет һалдаты кеүек, һуғыштың тәүге йылында һәләк булды. Өләсәйем олатайымдың һоҡланғыс, ҡыйыу һәм көслө кеше булыуы хаҡында һөйләй торғайны. Бөгөн ул да иҫән түгел, әммә икеһе лә –  йөрәгемдә. Өс йыл элек олатайымды туғандар ҡәберлегендә таптылар – сираттағы Еңеү көнөндә яңынан ерләнек. Хәҙер ул Сибайҙа өләсәйем эргәһендә. Улар ҡайтанан бергә", – тип яҙған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һәм республика халҡын байрам менән дә ҡотлаған.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: