Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк батырлыҡ - халыҡ хәтерендә!

Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарға - Лев Лещенко менән Николай Басковҡа "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме бирелде. 

Бөйөк батырлыҡ - халыҡ хәтерендә!
Бөйөк батырлыҡ - халыҡ хәтерендә!

Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы иртәндән Өфөлә ҙур мәҙәни-патриотик саралар уҙҙы. Шул иҫәптән “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында “Бөйөк батырлыҡ халыҡ хәтерендә!” тигән концерт үтте. 

Сараға ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм хәрби низағтарҙа ҡатнашҡандар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылғайны.   

Байрам концерты киске сәғәт 7-лә башланды. Унда башҡорт эстрадаһы артистары, ижади коллективтар сығыш яһаны: Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Лынник, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Геннадий Родионов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин, билдәле йәш артистар Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллин, Алиса Жумағәлиева, Ришат Рәхимов, “Джентльмены”, “Премьер” төркөмдәре, “Zainetdin Neo Vision” шоуы.

Байрам сараһында Рәсәйҙең билдәле артистары ла сығыш яһаны. Мәскәү ҡунаҡтары араһында йырсы МакSим һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков булды. Концерт аҙағында РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко “Еңеү көнө” йырын башҡарҙы.

Байрам сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул илдең мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Лев Лещенко менән Николай Басковҡа "Башҡортостандың халыҡ артисы" исемен тапшырҙы. 

“Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙағы концерт Еңеү көнө сараларының һуңғы аккорды булды. Байрам киске сәғәт 10-да фейерверк менән тамамланды.

Фото: "Башинформ".

Бөйөк батырлыҡ - халыҡ хәтерендә!
Бөйөк батырлыҡ - халыҡ хәтерендә!
Бөйөк батырлыҡ - халыҡ хәтерендә!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в