Бөйөк Ватан һуғышы ветераны — "Фронтташ әхирәттәр" клубы ағзаһы Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Ырыҫбаева Бөйөк Еңеү көнөндә шәхсән үҙе өсөн йорто янында ойошторолған парадты балконынан күҙәтте. Ветеранды Сибай концерт-театр берекмәһе һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары ҡотланы.
Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы 1923 йылда Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуған. Үҙ теләге менән 1942 йылда һуғышҡа китә. Куйбышев ҡалаһы эргәһендәге аэродромда парашют йыйыу, хәрби самолеттарҙы бомба, снаряд, пулемет кеүек ҡоралдар менән яуға әҙерләүгә өйрәтеү курсын тамамлай. Сталинград фронтынан килгән 227-се дивизияның 637-се һауа-штурм полкы составында Көньяҡ-Көнбайыш фронтына ебәрелә.
Бөйөк Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай. Орден, миҙалдар менән наградлана. Һуғыштан һуң Медногорск ҡалаһында, 1970 йылдан комбинатта хеҙмәт итә.
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.