Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 23:30

Еңеү парадында сит ил вәкилдәре лә ҡатнашты

"Был беҙҙең уртаҡ байрам һәм уны бергә билдәләйбеҙ".

Еңеү парадында сит ил вәкилдәре лә ҡатнашты
Еңеү парадында сит ил вәкилдәре лә ҡатнашты

Республиканың тышҡы иҡтисади һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Еңеү паркындағы Мәңгелек ут мемориаль комплексына сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты.

Байрам сараһында шулай уҡ Өфө ҡалаһындағы Таджикстан Республикаһы вәкиле, Өфө ҡалаһындағы Болгария Республикаһының Почетлы консулы Ярослав Шредер, Ҡырғыҙстан Республикаһының Почетлы консулы Айрат Хәбиров, Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһы вәкиллегенең Өфө бүлеге етәксеһе Артур Карпович, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитетының директор вазифаһын башҡарыусы Элина Ғатауллина ҡатнашты.

"Бөгөн беҙҙә дүрт ил вәкилдәре ҡатнаша. Уларҙа йәшәгән халыҡтың һәр береһе Бөйөк Еңеүгә тос өлөшөн индергән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уларҙың яугирҙәре үҙ ғүмерҙәрен биргән. Батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн был илдәрҙең һалдаттары миҙал-ордендар алған, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Был беҙҙең уртаҡ байрам һәм уны бергә билдәләйбеҙ", - тине Маргарита Болычева.

Тышҡы иҡтисади һәм конгресс эшмәкәрлеге министры етәкселегендәге делегация Еңеү парадында һәм Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәленә тупраҡлы гильзаны һалыу тантанаһында ҡатнашты.

Фото һәм текст сығанағы: Тышҡы иҡтисади һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: