Бөгөн илебеҙ өсөн оло байрам – Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙын ҡаршылай. Ошо айҡанлы республикабыҙҙа ла байрам тантаналары иртә менән башланды.
Баш ҡалабыҙ Өфөләге Еңеү паркында тантаналы саралар уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика етәкселеге Өфөләге Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә бағышланған мемориаль комплексҡа сәскә гөлләмәһе һалды. Бер минут тын ҡалып һуғышта баш һалған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар.
Радий Хәбиров тантанаға килгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Еңеү көнө менән ҡотланы.
Өфөләге Еңеү паркы 1947 йылда асыла һәм 1980 йылға тиклем “Нефтсе паркы” тип атала. 1980 йылда Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллығына Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросовҡа менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға һәйкәл асылғандан һуң уны Еңеү паркы тип атайҙар.
Фото glavarb.ru, Олег Яровиков.