Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Иртәгә уға 100 йәш тула!

Әлеге ваҡытта Ольга Никитичнаның йорто алдында парад бара. Санитар поезында шәфҡәт туташы булған ветеранға иртәгә 100 йәш тула.

Иртәгә уға 100 йәш тула!
Иртәгә уға 100 йәш тула!

Сибай ҡалаһында ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны — «Фронт әхирәттәре» клубы ағзалары Ольга Неретина һәс Сәмиға Рыҫмөхәмәтова Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын иҫән-һау ҡаршылай. Әлеге ваҡытта Ольга Никитичнаның йорто алдында парад бара. Санитар поезында шәфҡәт туташы булған ветеранға иртәгә 100 йәш тула.

Ольга Никитична 19 йәшендә генә һуғыш ғәрәсәтенә барып ингән. Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең Яңы Михайловка ҡасабаһында тыуған. 1932 йылда уларҙың ғаиләһе Баймаҡ районының “Йылайыр” совхозына күсеп килгән. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Баймаҡта бер йыллыҡ шәфҡәт туташтары курсын бөткән, ауыл дауаханаһында эшләгән.

1942 йылдың майында Баймаҡ хәрби комиссариаты фронтҡа саҡырған. Шәфҡәт туташтары булараҡ һуғышҡа алынған ҡыҙ­ҙарҙы ат менән Өфөгә ебәрәләр. Унан 33-сө санитар поезға ултыртып, яралы һалдат­тарға ярҙам күрһәтергә оҙаталар. Илебеҙҙең төрлө ауыл һәм ҡалаларынан үтеп, урмандарҙан медицина ярҙамына мохтаж аяҡ-ҡулһыҙ, имгәнгән ир-егеттәрҙе йыялар. Яҡындарына хат яҙып, ҡәҙерле кешеләренең иҫән булыуын да белгертәләр. 33-сө санитар поезд бер ваҡытта ла бер урында тормай.

Ольга Никитична һуғыштан һуң да изге һөнәренә тоғро ҡалған. “Йылайыр” совхозы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүен дауам иткән. 1959 йылда үҙе кеүек яугир Леонид Самсонович Неретинға кейәүгә сыға һәм ғаиләһе менән Сибай ҡалаһына күсеп килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Ире менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итәләр. Өлкән улы Владимирға 71 йәш, ул Магнитогорскиҙа төпләнгән.

– Һуғыш бер ҡасан да онотолмай, хәҙер бигерәк тә. Төшөмдә лә сәскәләр, тәбиғәт күрмәйем, гел һөжүмгә барабыҙ йәки бомбалар шартлауы ишетелә. Беҙ күргән михнәттәрҙе бер кемгә лә күрергә яҙмаһын. Беҙ, фронтовиктар, тормош ҡәҙерен, йәшәү йәмен беләбеҙ. Бына тиҙҙән бер быуатлыҡ юбилейымды ҡаршыларға йыйынам, ҡартым да оҙон ғүмерле булды, 92 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡалала өс тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән “Фронтташ-әхирәттәр” клубы етәксеһе Наталья Кодаковаға ҙур рәхмәт! Ул беҙҙе һәр саҡ хәстәрләп йөрөнө, әле икенсе ҡалаға балалары янына күсеп китте. Бында булһа, икебеҙ өсөн дә әллә ниндәй саралар үткәрер ине, – ти өлкән сержант Ольга Никитична.

Санитар поездың шәфҡәт туташы Ольга Неретинаның яу яланында күрһәткән намыҫлы хеҙмәте “Германияны еңгән өсөн”, “Хәрби хеҙмәт өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән баһаланған.

Әйткәндәй, ветерандың 100 йәшлек оло юбилейы уңайынан һәм Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы айҡанлы, Сибай ҡалаһының “Ресурс” йәмғиәте етәксеһе Рөстәм Ҡотоев үҙ иҫәбенә ветерандың йортон бынамын итеп ремонтлаған. Бөгөн Сибай ҡалаһының сая йөрәкле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ольга Неретина бар уңайлыҡтары булған йортта йәшәй.

Фото: Гөлдәр Ҡадаева.

Иртәгә уға 100 йәш тула!
Иртәгә уға 100 йәш тула!
Иртәгә уға 100 йәш тула!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в