Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 16:00

"Үлемһеҙ полк" булып ҡайттылар...

Өфөлә акцияла 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

"Үлемһеҙ полк" булып ҡайттылар...
"Үлемһеҙ полк" булып ҡайттылар...

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы көнөндә илебеҙҙең һәр бер төбәгендә “Үлемһеҙ полк” акцияһы үтте. Ул республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә лә киң ҡоласлы сараға әүрелде. Быйыл унда 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был сара йөҙәрләгән яугир һалдаттарҙың рухын тағы ла иҫкә алырға, тыуған еребеҙгә ҡайтарыу мөмкинлеген бирҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1941 йылда августа фронтҡа киткән олатаһы Барый Латип улы Хәбировтың портреты менән үтте. Барый Латип улы айырым элемтә батальонының 206-сы телеграф-төҙөлөш ротаһы составында һуғышҡан. “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән наградланған.

– “Үлемһеҙ полк” – беҙҙең ата-бабаларға хөрмәт, Еңеү килтергән, беҙгә киләсәк бүләк иткән өсөн рәхмәт билдәһе. Бындай саралар – бергәләп урамға сығырға, дәртле ынтылышта бөтәһенә лә – беҙ бер ҙур ғаилә, бер ҙур ил тип әйтеү, берләшеү һәм теләктәшлек белдереү мөмкинлеге. Бөгөн “Үлемһеҙ полк” һәр муниципалитетта уҙа, хатта бәләкәй ауылдарҙа ла колонналар үтте, шуға ла ул ысынлап бөтә халыҡ байрамына әйләнде. Был – беҙҙең ата-бабаларҙең ҡаһарманлығына рәхмәт әйтеү, бигерәк тә әле, еңеүебеҙҙе нисектер тартып алырға, боҙорға тырышҡан саҡта беҙҙең Еңеүҙе яҡлау ысулы, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостан Башлығы бөгөн Бөйөк Еңеүҙең мөһим әһәмиәткә эйә булыуы, был Рәсәйгә төрлө яҡлап һөжүм итеүгә бәйле булыуын, мәғлүмәт һәм иҡтисади баҫым яһалыуын билдәләне.  

– Ҡурҡаҡ күптән ҡурҡып, өҫтәл аҫтына боҫор ине. Беҙ хәҙер айырыуса тоябыҙ еңеүҙең нисек ауыр бирелеүен. Беҙ шундай хәлдәбеҙ: беҙгә ярты донъя баҫым яһай, егеттәребеҙ һәләк була. Шуға ла, минең тойоуымса, мөһим хистәр менән байрамды ҡаршылайбыҙ. Шәхсән минең күңелемдә Бөйөк Еңеү көнөн башҡа бер төрлө аңлау, күҙ алдына килтәреү. Ул миңә тағы ла яҡыныраҡ һәм мөһимерәк була бара. Еңеү беҙҙеке, тип уйлай инек. Уға бер кем дә ҡағылмаҫ тип, баҡһаң – ҡул һуҙалар, – тине Башҡортостан Башлығы.

Өфөлә “Үлемһеҙ полк” Октябрь проспектының Галле ҡалаһы урамы киҫелешенән Кольская урамы киҫелешенә тиклем барҙы. Быйыл Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары менән Башҡортостан муниципалитеттарының 63 флагы ла күрһәтелде. Был республика халҡының берҙәмлеген, уларҙың ил тарихына мөнәсәбәтен сағылдырҙы.

Бөйөк Ватан һуғышында республиканан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән, уларҙың 322 меңе яу яландарында ятып ҡалған. 200 меңдән ашыу һалдат һәм офицер орден һәм миҙалдар менән наградланған, уларҙың 278-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ, ә летчик-штурмлаусы Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булған, 39 яугир – Дан орденының тулы кавалеры.

Фото: Валерий Шахов.  

"Үлемһеҙ полк" булып ҡайттылар...
"Үлемһеҙ полк" булып ҡайттылар...
"Үлемһеҙ полк" булып ҡайттылар...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: