Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 14:00

“Үлемһеҙ полкта”та өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Ҡалтасыла йәшәүселәр ҙә Бөйөк Еңеү көнөн күләмле саралар менән билдәләне.

“Үлемһеҙ полкта”та өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты
“Үлемһеҙ полкта”та өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Бөйөк Ватан һуғышы тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, илен һаҡлап үҙен аямай көрәшкән совет һалдаттарының батырлығы тураһындә хәтер быуындан-быуынға күсә килә. Бөгөн дә 9 Май байрамына арналған саралар аша ҡалтасылар быны йәнә иҫбатланы.

Йөрәктәргә үтеп инерлек сараларҙың береһе “Үлемһеҙ полк” акцияһы булды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарының портреттарын тотҡан балалар, йәштәр, ололар  район үҙәгенең үҙәк майҙанынан алып төп урам Карл Маркс буйлап үтте. Йәш быуындың фотоһүрәттәрҙе юғары тотоп барыуҙары Еңеү һалдаттарына дан йырланы.

Быйыл "Үлемһеҙ полк” өс меңдән ашыу ҡалтасыны берләштерҙе. Акцияла ҡатнашыусылар араһында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм йәштәр, төрлө хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары  вәкилдәре, ирекмәндәр булды. “Үлемһеҙ полк” үҙәк майҙанда тамамланды һәм шунда уҡ уны байрам концерты, “Һалдат бутҡаһы” акциялары дауам итте.

Бөйөк Ватан һуғышы фронтында батырҙарса көрәшкән һалдаттарҙың, тылда үҙен аямай эшләгән хеҙмәтсәндәрҙең, һуғыштан һуң илде күтәргән быуындың ҡаһарманлығын һәр ваҡыт хәтерҙә тотасаҡбыҙ, ти ҡалтасылар.

Ҡалтасы районынан 12 меңгә яҡын кеше тыуған илен һаҡларға фронтҡа китә, дүрт меңдән ашыуы тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Ҡалтасы ере үҫтергән дүрт Советтар Союзы Геройы яҡташтарының йөрәгенә мәңгелек ғорурлыҡ булып уйылған.

Фото: район хакимиәтенән.

 

“Үлемһеҙ полкта”та өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты
“Үлемһеҙ полкта”та өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты
“Үлемһеҙ полкта”та өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты
“Үлемһеҙ полкта”та өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: