9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 17:30

Мишкә ҡаһарманы иҫтәлегенә

Был эш "Атайсал" проектына ярашлы тормошҡа ашырылған.

Мишкә ҡаһарманы иҫтәлегенәМишкә ҡаһарманы иҫтәлегенә
Мишкә ҡаһарманы иҫтәлегенә

Еңеү көнөндә Мишкә районы Янағош ауылында Бөйөк Ватан һуғышы геройы Ғазый Ҡазыхан улы Заһитовтың ҡәбере янына мемориаль пушка ҡуйылды.

Ул 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта гвардия капитаны Владимир Николаевич Маков командалығында беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Шунда Заһитовтың күкрәген дошман пуляһы үтәнән-үтә тишеп сыға, әммә ул алышыуын дауам итә.

Әлеге эш Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов һәм "Башнефтегеофизика" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Әҙиев ярҙамында "Атайсал"  проектына ярашлы бойомға ашырыла.

"Мин сығышым менән Мишкә районынанмын. Ҙур эштең аҙағынаса ярҙам иткән Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Юрий Валентинович Серышевҡа, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Роман Викторовҡа, Өфө гарнизонының хәрби прокуроры Виктор Николаевичҡа, Өфө гарнизонының тәфтиш бүлеге начальнигы Герман Николаевичҡа, Мишкә районы хакимиәтенә һәм башҡаларға рәхмәт белдерәм", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Динар Ғилметдинов.

Фото Д. Ғилметдиновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас