Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 19:30

“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды

Бөгөн Милли музейҙың һәм уның филиалдарының экспозиция залдарын, күргәҙмәләрҙе бушлай ҡарау мөмкинлеге булдырылды.

“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды

Бөйөк Еңеүгә 77 йыл айҡанлы Башҡортостандың Милли музейында һәм уның филиалдарында “Асыҡ ишектәр көнө” акцияһы үтте, йәғни бөгөн экспозиция залдарын, күргәҙмәләрҙе бушлай ҡарау мөмкинлеге бирелде.

Башҡортостандың Милли музейы Еңеү көнө айҡанлы төрлө саралар ойошторҙо. Уларҙы асыу тантанаһында “Һеңлекәш” фильмында төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин Абдулхаҡ Игебаевтың “Еңеү көнө” әҫәренән өҙөк күрһәтте, ә туғыҙ йәшлек Асия Камалова Ольга Киевскийҙың “Әсә тураһында баллада” шиғырын һөйләне.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары музей ҡунаҡтары өсөн “Салауат вариҫтары сигенә белмәй!” (“Ат уйнатып алдан бара!”) спектакленән сюжет күрһәтте. Арыҫлан Ҡырымсурин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған зал буйлап экскурсия ойошторҙо.

Башҡортостандың Милли музейында байрам көнөндә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә бағышланған “Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе тантаналы асылды.

Байрам көнөндә музей ҡунаҡтары “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы рәссамдар тураһында”, “Эҙләү археологияһы. Һуғыш кешеһе артефакттары” күргәҙмәләре менән дә таныша алды. Бынан тыш, килгәндәр өсөн “Кеше яҙмышы” сараһы ойошторолдо. Унда һәр кемгә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандары тураһында мәғлүмәт эҙләүҙә ярҙам күрһәтелде.

Башҡортостандың Милли музейы “Ретро-Гаражъ ПСК-6” шәхси ретро автомобилдәр музейы менән берлектә һуғыш йылдары ваҡытындағы “ГАЗ М1” һәм трофей булған “Opel Super 6” автомобилдәрен күрһәтергә ҡуйғайны, унда фото төшөү мөмкинлеге лә тыуҙырылды.

Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов һәм Башҡортостан Милли музейының “Бәйләнештә”ге төркөмө.       

“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
“Муса Гәрәев – яугир һәм граждан” күргәҙмәһе асылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в