Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 20:30

Рәхмәт, Мансурйән Сөләймән улы!

Ағиҙел ҡалаһындағы берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны өсөн парад үткәрелде.

Рәхмәт, Мансурйән Сөләймән улы!
Рәхмәт, Мансурйән Сөләймән улы!

Яу яланынан әйләнеп ҡайтҡан ҡаһармандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Ағиҙел ҡалаһында ла берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалған.

Уның - Мансурйән Сөләймән улы Сөләймәновтың фатиры алдында бөгөн шәхси парад үткән. Шанлы һәм данлы йылдар геройын ҡотларға ҡала хакимиәте етәкселәре, уҡыусылар, туғандары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре килгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 99 йәш.

"Һеҙгә һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ, батырлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ!" - тигән ветеранға Ағиҙел ҡалаһы халҡы һәм матур тамаша күрһәткән.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте сайты.

Рәхмәт, Мансурйән Сөләймән улы!
Рәхмәт, Мансурйән Сөләймән улы!
Рәхмәт, Мансурйән Сөләймән улы!
Рәхмәт, Мансурйән Сөләймән улы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: