9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 16:00

Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне

Беҙҙең тыныслыҡ өсөн ғүмерен, сәләмәтлеген аямай һуғышҡан бер генә ҡаһарман да онотолмай.

Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәнеСтәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне

Бөгөн Стәрлетамаҡ, бөтә ил кеүек үк, Еңеү көнөн билдәләне. Тантаналы саралар "Мәңгелек ут" мемориаль комплексына һәм Г.К. Жуков исемендәге скверҙа сәскәләр һалыуҙан башланды.

Унан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡала Советы рәйесе Сергей Бойков менән берлектә яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының хәрби-диңгеҙ флоты хәрби-адмиралы Александр Дьяконов, Совет депутаттары һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ойошма-предприятиелар етәкселәре менән парадҡа юлланды.

"Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙы менән һеҙҙе! Был - ҡаһарманлыҡ һәм ғәҙеллек көнө. Балаларҙың, ҡатын-ҡыҙҙың батырлығы, яугирҙәр ҡаһарманлығы, батырлығы хаҡында иҫтәлек. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл эшсәндәренә - һуғыш йылдарында Еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Был көн хәтер, ҙур ҡыуаныстар һәм ҡайғы көнө булып ҡаласаҡ. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаиләгеҙҙә именлек, тыныс күк йөҙө теләйем. Еңеү көнө менән!" - тине сығышында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Фәрит улы. 

Иртәнге сәғәт 10-дан Ленин проспекты буйлап хәрби парадта полиция һәм аэрокосмик класс уҡыусылары, кадеттар, Рәсәй гвардияһы, Федераль именлек хеҙмәте кадеттары, Рәсәйҙең төрлө ғәскәрҙәре ветерандары - бөтәһе 800-ҙән ашыу кеше марш менән үтте. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы техника парады башланды. Проспект буйлап 45-тән ашыу хәрби техника - Т-34 , Т-26, Т-70 танктары, "Катюша", ЗИС-5, ГАЗ-67 һәм башҡалар уҙҙы. Улай ғына ла түгел, был көндә Стәрлетамаҡ күген "Первушин" аэродромы самолеттары ҡатнашлығында авиашоу биҙәне. Шулай уҡ ретро-автомобилдәрҙең дә үтеүе ошо мәлгә тағы ла йәм өҫтәне. Улар - Мәскәү ҡалаһының Вадим Задорожный исемендәге техника музейыныҡы һәм "Ретро-гаражы ПСК-6" Стәрлетамаҡ ҡалаһының шәхси коллекционерҙары музейы экспонаттары.

Парадтан һуң техника Хоҙайбирҙин урамына теҙелде. Ҡала халҡы өсөн уларҙы ентекләп ҡарау һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү мөмкинлеге булды.
"Үлемһеҙ полк" сафына һуғышта ҡатнашҡан туғандарының портреттары менән 20 меңдән ашыу кеше баҫты. Ҡала халҡына почетлы ҡунаҡтар ҙа ҡушылды.

Ҡалала бер нисә майҙансыҡ эшләне. Г.К. Жуков исемендәге скверҙа ялан кухняһы һәм ҡорал күргәҙмәһе, Ю. Гагарин исемендәге паркта, Содовиктар паркында байрам концерттары уҙҙы. Мәҙәниәт һарайы алдындағы концерт программаһы "Йырла, ғорурлан, иҫеңдә тот!" йыр флешмобынан башланды. Ленин проспектында уҙған 70-се еңел атлетика эстафетаһында 1200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Шулай уҡ ҡаланың алыҫ райондарында ла Еңеү байрамы гөрләне. Унда "Фронт бригадалары" сығыш яһаны. Улар халыҡ өсөн яу йылдары йырҙарын башҡарҙы.

9 май алдынан ветерандар йәшәгән йорттар алдында, уларҙы хөрмәтләп, шәхси Еңеү парадтары үткәрелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ул дәһшәтле ваҡиғаның тере шаһиттары булған ветерандарыбыҙ сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында 17 генә ветеран иҫән. Әммә беҙҙең тыныслыҡ өсөн ғүмерен, сәләмәтлеген аямай һуғышҡан бер генә ҡаһарман да онотолмай. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә.

Фотолар Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте төркөмө. 

Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Стәрлетамаҡ күген самолеттар биҙәне
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас