Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 10:30

Темәстә яңы сквер асылды

Илебеҙ 77-се Еңеү яҙын ҡаршылағанда Баймаҡ районының Темәс ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илде ҡаһармандарса һаҡлаған легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә сквер асылды.

Темәстә яңы сквер асылды
Темәстә яңы сквер асылды

Кисә Темәс ауылына ингән ерҙә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә сквер асыу тантанаһы үтте. Һуғыш тамамланыуға тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, ул һәр кемдең күңелендә мәңге юйылмаҫ яралар ҡалдырҙы.

Илен,ерен һаҡлау өсөн йәнен аямаған атай-олатайҙарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында Баймаҡ районында ҙур эштәр башҡарыла. Еңеү байрамы алдынан һәр ауыл биләмәһендә байрам саралары үтте, һуғыш һәм тыл ветерандары иҫкә алынды, иҫән тыл ветерандары менән осрашыуҙар ойошторолдо, уларҙың йорттарына барып, хәлдәрен белделәр. Башҡорт яугирҙәре һәр ваҡыт үҙ Ватаны һағында торҙо. Һәм, әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ситтә ҡалманы.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырҙы: "Дивизия Юғары Баш командующий бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә, дүрт мең яугир СССР орден-миҙалдарына лайыҡ була. 78 һалдат Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, бишәүһе өс дәрәжә Дан ордендары менән наградланды. Дивизия яугирҙәре күрһәткән батырлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡа бер ғәскәрҙә лә булмай. Уның составындағы Темәс ауылынан Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов, Әғзәм Ғибәт улы Сәлихҡолов, Миңдеғол Абдулхаҡ улы Арыҫланов, Исмәғил Исхаҡ улы Әбүталипов, Әхмәт Ниғәмәт улы Һағынбаев, Фәйзрахман Хәмит улы Йәрмөхәмәтов, Ғәбдрәшит Нурғәлҽ улы Йосопов, Бәҙретдин Сабир улы Усманов башҡорт халҡының ҡаһарманлығын иҫбат итеп һуғышҡа китәләр".

Темәс ауылы янындағы яңы сквер киләсәк быуын өсөн кәрәк, улар ҡаһарман атай-олатайҙары өлгөһөндә үҙҙәрендә илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләп, улар өсөн ғорурлыҡ хисе йөрөтөргә хаҡлы.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Темәстә яңы сквер асылды
Темәстә яңы сквер асылды
Темәстә яңы сквер асылды
Темәстә яңы сквер асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в