Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Май 2022, 09:50

Ғаиләбеҙ генералы ине

Һуғыштан ҡайтҡас та, яу яланындағы һымаҡ йәшәне...

...Беҙгә 10-11 йәш тирәһе. Иҙәнгә йәйелгән ҙур түшәктә ятабыҙ. Шалтырап төшөп киткән ҡапҡас тауышына уянам. Һикереп торам. Ағай-апайҙарымдың урындары буш. Торғандар. Өйгә ҡыҙҙырылған картуф еҫе таралған. Өҫтәлдә самауыр йырлай. Йәйге таң һыҙыла. Һалҡынса ел аяҡ балтырҙарын иркәләй. Битемде йыуып, өйгә инәм. Өҫтәлгә ултырып, ҡалаҡҡа үрелеүем була, ишектән атай күренә. Ҡыҙыу атлағанға асылған костюмы салғыйына эләгеп, бидон өҫтөнә ҡапланған сүмес осоп төшөп китә.

Һүҙһеҙ, өнһөҙ һәм шикһеҙ!

 – Ҡайҙа ҡустың? Йыйын, хәҙер бесәнгә барабыҙ!

Атайым, йәһәт кенә өҫтәл янына ултырып, бер аҙ ризыҡ ҡапҡылай ҙа сәйен эсеп бөтөр-бөтмәҫтән тора башлай. Минең дә шәп кенә эскем килә лә ул, тик сәй эҫе. Етмәһә, әле урманға сығырлыҡ итеп кейенмәгәнмен дә. Итекте табырға кәрәк. Ҡустымды уятырға ашығам. Ә ул тормай. Сәй ҡайғыһы китте. Көскә яулыҡ, итек табып бөтөүгә, ихатала “люлькалы” мотоцикл тырылдап тоҡанды. Бер кем бер ниндәй ҙә өн сығармай. Әсәйем соланда йәһәтләп бесәндә сәй эсеү, ашау өсөн сумкаға ризыҡ тултыра. Саҡ уянған ҡустым бер телем икмәкте ауыҙына ҡапҡан килеш курткаһын кейеп булаша. Башта бер генә уй: “Атай салғы, тырма­ларҙы мотоцикл артына мөмкин тиклем оҙағыраҡ бәйләһен ине!”

Был ҡымғыуыттың ахыры – атай башына шлем кейә, мотоцикл күҙлеген ҡулына ала. Күҙ ҡырыйы менән уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп кенә торорға кәрәк. Бына ул ҡапҡа асырға йүнәлде. Ҡапҡа яғынан әйләнеп килеүенә беҙ икебеҙ ҙә “матат” ултырғыс­тарына ҡунаҡлап өлгөрөргә тейешбеҙ! Йүгерҙем. Ҡустым һыңар итеген таба алмай. Тапты. Ултырҙыҡ. Атай ҡапҡаны асып, килеп тә етте. Әсәйем йүге­реп килеп минең тубы­ғыма оло сумканы ҡуйҙы. Нимә бар, нимә онотолған – уны уйларға ваҡыт юҡ. Тыр-тыр тәгәрмәстәр алға елдерә. Түңгәктәрҙә һикереп кире ултырғанда оло сумка тубыҡтарҙы иҙә. Эреле-ваҡлы тауҙарҙың башына менәбеҙ ҙә, елдәй елеп тауҙан аҫҡа осабыҙ. Йөрәк космо­навтарҙыҡы кеүек “жыу” итеп ҡала.

Атай, әйтерһең, янда беҙ бар­лыҡты ла онотҡан, туп-тура юлға ғына ҡарап елә лә елә... Бесәнлек яланына яҡынлашҡас ҡына, атай бер аҙ тыныслана төшә. Йөҙө яҙыла. Беҙгә лә ҡараштырып ала. “Төшөп ҡалма­нығыҙмы?”, йәнәһе. Ә беҙ беләбеҙ, атайға артыҡ бер һүҙ ҙә әйтергә ярамай, ул нимә ти, шуны һис шикләнеүһеҙ һәм шунда уҡ үтәргә кәрәк! Уның ни өсөн былай ашыҡҡанын да аңлайбыҙ – йәйге көн йылды туйҙыра, ямғыр яумағанда, көн ҡыҙыуынан алда, бесәнде сабып ҡалырға кәрәк...

...Алыҫ бала саҡтың ошондай хәтирәләрен барлай-барлай шундай уйға килдем: атайым бит һу­ғыш­тан ҡайтҡас та һаман яу яла­нындағы һымаҡ йәшәгән! Ул беҙҙең ғаиләнең ГЕНЕРАЛЫ булған. Ә беҙ – ябай һалдаттар. Юғарынан килгән бойороҡто тикшереү тыйыла! Уларҙы тик үтәргә генә кәрәк! Кемгәлер бындай мөнәсәбәт ҡырыҫлыҡ йә ҡырағайлыҡ һымаҡ күренер. Күп таныштарымдың нисек атайҙары менән сер уртаҡ­лашып оҙаҡ итеп һөйләшкәндәрен, нимә тураһындалыр бәхәсләш­кәндәрен ишеткәнем, күргәнем бар. Ә бит беҙ ҙә ярата инек ата­йы­быҙ­ҙы. Ихтирам итә инек. Һүҙһеҙ, өнһөҙ һәм шикһеҙ! Уны яратырға беҙҙе әсәй өйрәтте. Бына бөгөнгө һүҙем Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атайым  Зәйнулла Шәрифулла улы Ҡәйепов тураһында.

 

Үҙәк фронтҡа эләгә

 

Баймаҡ районының Ислам ауылында биш балалы оло ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән атайым. Зәйнулла – ир балаларҙың иң олоһо. Ағай булараҡ, йорт янындағы бар ауыр эштәр ҙә уға йөкмәтелгән.

Ислам – бәләкәй ауыл. Халыҡ ит, мал тиреһе, йүгән, арҡан, ау, ат дуғаһы кеүек әйберҙәрҙе утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Баймаҡ баҙарына алып барып бойҙай, он, ярма, шәкәр, тоҙға алмаштырған.  Үҙе менән булған бер хәлде атайым мәрәкә күреп һөйләй торғайны. Март айында, ит ныҡлап иремәҫ борон тип, ошо алыҫ һәм ауыр юлға 13 йәшлек атайымдың бер үҙен сығарып ебәргәндәр.

Ҡартатайым һалҡын тейҙереп ауырып өйҙә ҡалған. Ҡара таңдан юлға сыҡҡанда, ғәҙәттә, ҡараңғы төшкәнсә Баймаҡҡа барып еткәндәр. Ҡалала таныштарҙа йоҡлап, иртәгәһенә йомошто йомошлап, ауылға төн уртаһында ғына кире ҡайта алғандар.

Ҡайтыр юлда буран сыҡҡан. Атайым баҫыуҙағы кәбән эсенә йәшенеп, буран үткәнен көтөргә булған. Үҫмер бала атын яратҡан. Буранда атының башына һырыған ҡар ирей ҙә моронона оҙон боҙмар­маҡтар үҫә икән. Атайым төн буйы әленән-әле бесән аҫтынан сығып, шул боҙбар­маҡтарҙы һындырып йөрөгән һәм бейәләйен еүешләп бармаҡтарын ныҡ ҡына туңдырған. Хатта шундай саҡта ла ул үҙен түгел, ә хайуандың хәлен еңеләй­теүҙе уйлаған. Боҙбар­маҡтарҙың атҡа бер ниндәй ҙә зыяны тей­мәгәнен белмә­гән шул...

Атайым Зәй­нул­ла Шәрифулла улы өс-дүрт саҡрымдағы Йомаш урта мәк­тәбенә йәйәү йөрөп уҡый. Аҙаҡ Темәс­тәге педагогия учи­ли­щеһына инә. Уҡыуҙы тамамлап бөтөү менән Совет Армияһы сафына алалар. Белемле егетте политруктар әҙерләү курсына ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Әммә уны фронтҡа ебәрергә ашыҡмайҙар: йәш сержант, коммунист, политмәктәп курсантына йәш һалдаттар менән шөғөлләнеү бурысын йөкмәтәләр.

1943 йылдың ғинуарында фронтҡа китә ул. Үҙәк фронтҡа эләгә. Брест һәм башҡа ҡала, ауылдарҙы илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ә инде 1944 йылдың мартынан 1945 йылдың Еңеү яҙына ҡәҙәр Беренсе Белоруссия фронтында һуғыша. Бәйлә­неш булдырыусы 153-сө айырым линейный батальонда отделение, взвод командиры, замполит, һуңынан батальон парторгы, махсус бәйләнеш взводында командир, лейтенант, аҙаҡ батальон коман­дирының политругы була. Көн­ба­йыш һаҙлыҡтарын, шырлыҡ­тарын йәйәү генә түгел, күкрәге менән йы­рып үтә, сөнки бәйләнеш булдырыу өсөн күберәк шыуышырға кәрәк.

...Бер ваҡыт уларға засадала бик оҙаҡ Белоруссия һаҙлығында ятырға тура килә. Көҙ көнө. Һаҙлыҡ һыуының һалҡыны електәргә үтә. Әммә һалдаттар әрнеү, һыҙлауҙы онотоп, алға ынтыла. Тап шул һаҙлыҡтарҙың һалҡыны фронтовик атайымдың да сәләмәтлеген ҡаҡшата. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа быуын сирҙәренән яфалана. Бөтөнләй атлай алмай ултырған мәлдәре лә була. Әммә әсәйемдең тырышлығы, халыҡ дауалау ысулдарын ҡулланыуҙары һөҙөмтәһендә аяҡҡа баҫа.

...Һуғыш яланында башҡа час­тар, командование менән бәйлә­нештең өҙөлөүе – мотлаҡ һәләкәткә килтергән факттарҙың береһе. Шуға ла элемтәселәр бик кәрәкле һәм ҡәҙерле кешеләрҙән һанала.

 

Эшенә ҡарап баһалайҙар

 

1944 йылдың 3 сентябрендә тултырылған “Наградной лист”тан өҙөк: “...Ҡәйепов ошо йылдың 18 авгусында ике бәйләм бәйләнеш сымы менән Рувня-Сулеюв участ­ка­һында, дошмандың артиллерия атышы башланыуына ҡарамай, үҙенең отделениеһының эшен шундай оҫта ойошторҙо... Дүрт сәғәт эсендә был биләмәлә сымдар эленде. Шул арҡала рота үҙенә тейеш заданиены ваҡытынан алда үтәй алды.

Отделение командиры өлкән сержант Ҡәйепов Зәйнулла Шәри­фулла улы шулай уҡ Постолиска һәм Воля Раштовска ауылдары араһында бәйләнеш сымдары элеүҙе лә бик оҫта ойошторҙо. Заданиены өс сәғәткә ваҡытынан алда башҡарҙы. Воля Раштовска ауылында бер урында снаряд сымды өҙгәнен белгәс, өс яугир менән ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтеп, шул урынға ашыға. Яҡында ярылған снаряд ярсығынан аяғы яраланһа ла, ауыртыуҙы еңеп, өҙөлгән сымды ялғауға етәкселек итә һәм, заданиены уңышлы үтәгәс кенә, медицина ярҙамы һорай. Үҙенең ба­тыр­лығы менән өлкән сержант Ҡәйепов Армия штабы менән бәй­ләнештең өҙөлмәүен булдыра һәм хәрби операцияларҙың уңышына килтерә.

Ошо батырлыҡтары өсөн дәүләт наградаһы – III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләүгә лайыҡ. 153-сө айырым бәйләнеш батальоны командиры: майор Скирда”.

Интернеттан мин тағы ла бер мәғлүмәт таптым: атайымдың Наградной ҡағыҙында телгә алынған ауылдар хәҙерге Польша территорияһында урынлашҡан. Тап шул ерҙәрҙә ҡанһыҙлығы менән дан алған “Мертвая голова” тигән СС дивизияһы алышҡан икән.

Атайымдың Бөйөк Ватан һуғы­шында күрһәткән батырлыҡтары өсөн бирелгән тағы ла бер мөһим наградаһы бар ине. Ул – II дәрәжә Ватан һуғышы ордены. Был награда, һуғыштан һуң күп йылдар үткәс, бары 1985 йылда ғына Баймаҡ район комиссариатынан тапшырыла уға. Төрлө ҡалаларҙы азат иткәне өсөн, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдарын костюмының түшенә һыйҙыра алмайынса, улар урынына бәләкәй генә махсус таҫмалар эшләтеп алғаны ла хәтеремдә.

Бер ҡасан да һуғышта күрһәткән батырлыҡтары, наградалары тура­һында һөйләмәне атайым беҙгә. Бәл­ки, уҡыусы балалар менән осрашыуҙарҙа һөйләгәндер, бел­мәйем. Мин ишетмәнем. Шуныһы асыҡ – һуғышта күптәр орден, миҙал алыу өсөн түгел, ә бары тик ЕҢЕҮ өсөн алышҡан, үҙ ғүмерен аямаған.

Хәтеремдә, тыныс йылдарҙа ла атайым бүләк, маҡтауҙарға бик иҫе китмәне. Беҙгә лә шул холоҡ-фиғелде һеңдергән, ахыры. Уның өсөн иң мөһиме эш-шөғөлдөң нәтижәһе ине! Бесән сапҡанда – кәртә тулы мал-тыуарҙың туҡ тороуын, тиҫтәләгән умарта бал ҡорт­тары тәрбиәләгәндә – оло ғаилә­һенең сир-сырхауға бирешмәй ҡыш сығыуын, мәктәптә балалар уҡыт­ҡанда ошо белемдең киләсәктә илде байытыуын, ерҙе матурлауын уйлаған.

Һуғыш бөткәс тә, Көнсығышта хәрби хеҙмәттә булып, 1947 йылда ғына ҡайтып күрә ул тыуған яҡта­рын. Район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә белемле политрукты Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылына (рудник-ауыл, хәҙер юҡ) мәктәп директоры итеп эшкә тәғәйенләйҙәр. Тап шул ауылда отҡор, сибәр Әбйәлил ҡыҙы – Райхана Нурғәлиеваға өйләнә. (Әсәйем дә һуғыш йылдарында тылда фиҙа­кәр хеҙмәт итә. 18 йәшлек кенә ҡыҙ  Таштимер ауылы май бешеү пунктының управляющийы була).

Рудник ябылып, ауыл кешеләре күсенә башлай. Атайыма Ямаш (хәҙерге Беренсе Этҡол) һәм Йомаш ауылдарының береһен һайлап, мәктәп директоры булып барырға ҡушалар. Ул үҙенең тыуған ауылы Исламға яҡыныраҡ тип, Йомашты һайлай. Һуғыштан һуңғы ауыр, етешһеҙ заманда урта мәктәптең матди-техник базаһын булдыра, уҡытыусылар коллективын туплай. Баймаҡҡа, юл сығымдарын иҫәпләмәй, үҙенең “Урал” мотоциклы менән ике-өс көн һайын йөрөргә тура килә. Өҫтәүенә, сәмле күңеле юғары белем алырға ынтыла.

Ситтән тороп Магнитогорск уҡытыусылар институтын уңышлы тамамлап, тарихтан уҡыта башлай. Ҡыҫҡаһы, совет осороноң фажиғәле ысынбарлығын йәне-тәне менән тойоп йәшәй. Ауылда мәктәп директоры бик абруйлы иҫәпләнһә лә, районға төрлө ялыуҙар яҙған көнсөлдәр ҙә, тел менән  ыҙғыш-талаш сығарыусылар ҙа була ул осорҙа. Әммә закондарҙы яҡшы белгән атайым уларҙы тиҙ урынына ултырта. Район етәкселәре лә егәрле директорҙы “ялыу­ҙар”ға түгел, ә намыҫлы эшенә ҡарап баһа­лай. Хәтеремдә, ниндәй генә конференцияға барһа ла, ҡосаҡ-ҡосаҡ Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр алып ҡайта ине.

 

Юрист-консультант булған икән...

 

Егерме йылға яҡын мәктәп директоры, аҙаҡ, хаҡлы ялға тиклем уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса завуч булып эшләне. “Башҡортостан мәк­тәптәренең атҡаҙанған уҡытыу­сыһы” тигән маҡтаулы исем бирҙе­ләр. Хаҡлы ялға тиклем эшләүе етмәгән, һуғышта ҡаҡшаған һаулығы менән ул хатта ялға сыҡҡас та биш йылға яҡын завуч булды. Дөрөҫөрәге, эшләргә ҡуштылар. Юғарынан әйткәнде һүҙһеҙ үтәргә күнеккән кеше бит!

Ни өсөн атайымды “Ауылдың Брежневы” тип шаяртҡандарын да аңлайым: берҙән, йөҙөндә бер аҙ оҡшашлыҡ бар, икенсенән, юридик йәһәттән бик белемле булғас, ауылдаштар көн дә тиерлек “теге йә был ҡағыҙҙы тултырыш әле” тип килә торғайны. Суд йә башҡа ергә ғаризалар, теге йә был сетерекле хәлдең дөрөҫ сиселеш юлдары, ҡанундарҙың мәғәнәһен аңлатыуҙы һорап килеүселәрҙең барыһына ла ярҙам итеп ебәрә ине. Бөгөнгөсә әйткәндә, атайым Йомаш ауылының бушҡа ярҙам итеүсе юрист-консультанты булған икән.

Бәлки, яңылышамдыр, әммә атайым эшләгән, ул һәм уның тиңдәштәре уҡытҡан йылдарҙа Йомаш урта мәктәбендә бөгөн билдәлелек яулаған бик күп кеше тәрбиәләнгән. Дәүләт Думаһы депутаты, иҡтисад фәндәре докторы Хәлил Барлыбаевты телгә алыу ҙа етә кеүек. Йәнә, фән докторҙары Мәжит Мәхмүтов, Әҙеһәм Барлыбаев, минең бер туған ағайым Яхъя Ҡәйепов һәм фән кандидаттары Марсель Тойғонов, Мортаза Абдуллиндар – барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының улдары. Уҡытыусылар ҙа, уларҙың атайҙары ла белемгә ынтылыу рухын һалғандыр уларҙың күңеленә. Һәр хәлдә шулай уйлайым.

Атайымдың шул тиклем тор­мошҡа ғашиҡ, мәғәнәле, тулы ҡан­лы йәшәүгә ынтылғанын мөкиббән китеп мәктәптә эшләүенән генә түгел, ә яратҡан шөғөлдәренең күп булыуынан да аңларға була. Иң яратҡан шөғөлө – скрипкала, мандолинала уйнау. “Бер генә концерт та, туй ҙа унһыҙ үтмәне, скрипкаһы һәр саҡ эргәһендә булды”, – ти Дилбәр Назарова. Концерттарҙа уның скрипкала башҡорт халыҡ йырҙарын уйнағанын халыҡ иҫе китеп тыңлай. Филат Биктимеров әйтеүенсә, уның әсәһе шул скрипка моңдарына ҡушылып халыҡ йырҙарын йырларға яратҡан икән.

Атайым Баймаҡ районында билдәле оҫта скрипкасы Әһлей Сөләймәнов менән дуҫ булды. Һәр осрашҡан һайын “һин ошо көйҙө нисек уйнайһың, мин ошолай уйнайым” тип үҙҙәренсә  фекер алышҡандар. Күптән түгел бер шатлыҡлы хәбәр алдым – атайымдың скрипкала уйнаған көйҙәре Башҡортостан Радио һәм Телевидение фондында, Баш­ҡортостан милли музейында һаҡлана икән! Музыка белгесе, композитор Илшат Хәлилов әйтеүенсә, иҫ китмәле халыҡсан һәм моңло итеп уйнай.

Атайым мәшәҡәтле, ауыр мәктәп эшенән тыш, бал ҡорто тәрбиә­ләргә, һунарға йөрөргә, фото төшөрөргә лә яратты. Ә һуғышта алған яра­ларҙан һыҙланыуҙарын хатта беҙгә, балаларына ла, бик һиҙҙермәй йә­шәне. 1991 йылдың яҙында баҡый­лыҡҡа күсте. Әсәйем Райхана Нур­ғәлиева менән беҙҙе, алты баланы, яҡшы тәрбиә биреп, тәртипле итеп үҫтерҙеләр. Дүрте­беҙгә юғары белем алыуға булыштылар. Ҡулыбыҙҙан китап төшмәне. Өлкән ағайым Яхъя Ҡәйепов – бөгөнгө көндә ғалим-агроном, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы.

Атайым беҙҙе үҙенең миҫа­лында Тыуған илде яратырға, уға хеҙмәт итергә, кешеләргә гел изгелек ҡылырға, тәртипле, намыҫлы, тырыш булырға өйрәтте. Ул үҙе өсөн генә түгел, яу ҡырында, үҙенең күҙ алдында ятып ҡалған дуҫ-иштәре өсөн дә йәшәгән кеүек тойола ине, сөнки шул тиклем тормошҡа ғашиҡ булып, барыһына ла өлгөрөп йәшәү өсөн ниндәй оло ҡаһарманлыҡ кәрәк!

Беҙ ҙә үҙебеҙҙең атай­ҙары­быҙҙың, олатайҙарыбыҙҙың баш­ҡарылмай ҡалған эштәрен, уларҙың йәшәлмәгән ғүмерен дауам итә алабыҙ. Әгәр ҙә уларҙың ҡаһарман, дан тормошо тураһында ул-ҡыҙҙарыбыҙ, ейәндәребеҙгә һөйләһәк, уларҙы хәтерләргә онотмаһаҡ! Улар кеүек тормош ҡәҙерен белеп, янып йәшәһәк! Рәхмәт һиңә, атай, Еңеү өсөн, беҙ йәшәгән яҡты ил өсөн!

 

Лилиә ҺАҠМАР.

Читайте нас: