9 май - Еңеү көнө
11 Май 2022, 04:15

Көнөгөҙ яҡшы хәбәрҙәргә бай булһын!

“Үлемһеҙ полк” акцияһында Өфө ҡалаһында ғына 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Көнөгөҙ яҡшы хәбәрҙәргә бай булһын!Көнөгөҙ яҡшы хәбәрҙәргә бай булһын!
Көнөгөҙ яҡшы хәбәрҙәргә бай булһын!

Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы шаулап-гөрләп уҙҙы.

– “Үлемһеҙ полк” акцияһы оҙайлы ваҡыттан һуң, ниһайәт, традицион үтте. Өфө ҡалаһында ғына 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, – тип хәбәр итә  Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре. – Ә республикабыҙҙың бүтән ҡала-райондарында ҡатнашыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ҡыҫҡаһы, “Үлемһеҙ полк” акцияһы маҡсатына иреште.

Бөйөк Еңеү менән бәйле байрам тантаналарынан тыш, республикабыҙҙа башҡа саралар ҙа уҙған. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Мушников урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан йорттағы почта йәшниктәре тәртипкә килтерелгән, шулай уҡ Пролетар урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң ишектәре яңынан буялған. Былар, әлбиттә, ваҡ мәсьәлә кеүек тойола, әммә кем әйтмешләй, матурлыҡ – донъяны ҡотҡара.

Бынан тыш Октябрьский ҡалаһындағы 34-се микрорайонда һыу менән тәьмин итеүсе ҡоролмаға “икенсе ғүмер бүләк иткәндәр”.

Фото: e-news.su/

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас