Сибайҙа Рәсәй Геройы, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә хоккей турниры үтте. Сара Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланды.
13-15 майҙа Сибай, Магнитогорск, Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Түлгән яғынан йыйылма командалар иң яҡшы исеме алыу өсөн ярышты. Сараларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Аструм” компаниялар төркөмө президенты Денис Назаров һәм “Өфө” хоккей клубы ойошторҙо.
Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Орлан” командаһы еңеү яуланы, икенсе урында – Түлгәндән “Төйлөгәндәр”, өсөнсөлә – Сибайҙан “Таусы”. Сибайҙың йәш хоккейсылары ла бүләктәр алды. Ильяс Баҙамшин – “Иң яҡшы һаҡсы”, Александр Павленко “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” булып танылды. Алина Атанғоловаға “Хоккейҙа ҡыҙҙар” номинацияһында приз бирелде.
Турнирҙы ябыу тантанаһынан һуң “Алға, Сибай” һәм “Өфө” командалары араһында иптәштәр матчы үтте. Улар составында халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, эшҡыуарҙар, хоккей яратыусылар булды.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.