Һуғыш йылдары алыҫта ҡалһа ла, Еңеү көнө үтһә лә, хәтирәләр юйылмай. Сөнки хәтер мәңгелек.
Әбйәлил районынан Гөлсөм Аҫылғужина "Бәйләнештә" социаль селтәрендә әсәһенең фоторәсемен урынлаштырып, уның янына Сулпан Әҡсәнованың шиғырын ҡуйған да: "Рәхмәт, Сулпан! Матур шиғырың өсөн, күҙҙәрҙән йәштәр сығара яҙғансы, күңелдең иң нескә ҡылдарына барып етерлек итеп яҙғаның өсөн! Иҫән-һау ғына беҙҙе шулай ижад емештәрең менән ҡыуандырып тор! Уңыштар һиңә!
(Фотола Ҡырҙас ауылынан бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән 87 йәшлек әсәйем Ғиниәтова Хәшиә атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайсин Әхмәҙинең портреты менән 9 Май - Еңеү көнөндә обелиск янында)", - тип яҙған.
Сулпан Әҡсәнова яуап итеп: "Үҙемдең ике олатайым да һуғыштан ҡайтмаған. Әсәйем һөйләй торған ине. Атайымдың әсәһе һаман көткән олатайымды, төш күрҙем, ул миңә йылмайып ҡарап торҙо ла матур ғына, йәшел, бөҙрә урман эсенә инеп китте, иҫән ул, ҡайтасаҡ, тип өмөтләнгән. Шул төшкә атайым, ҡустылары ҡыуанышып, ҙурайғанса көткәндәр", - тигән.
Йән яраһы
Үткән һуғыш шауҡымынан һаман
Әрнеп һыҙлай әле яралар.
Тән яраһы, бәлки, төҙәлер ҙә,
Йән яраһын кем һуң дауалар?
Яраланған күңел менән ҡатын,
Яралы ла күңел менән әсәй,
Ышанмайса үлем хәбәренә
Һаман булһын өмөт менән йәшәй.
"Өмөтһөҙ ул - шайтан ғыналыр", - тип,
Тынсыманы улар, һаман көттө.
Атайҙары йәштәренән үтеп,
Ейәндәр ҙә инде үҫеп етте.
Ә шулай ҙа яҙҙар етеү менән,
Ҡоштар ҡайтыу менән йылы яҡтан,
Бер мөғжизә килеп тыуыр төҫлө,
Арынырҙар кеүек шул ғазаптан.
Бөгөн - байрам, бөгөн - Еңеү көнө!
Үлемһеҙ полк килә ғорур атлап!
Өнһөҙ- һүҙһеҙ генә бара улар,
Тыуған ерҙең тыныслығын һаҡлап.
Фотоһүрәт рамдарынан ҡарап,
Иркәләйҙәр туғаны ҡулында...
Ана бит, әсәйе коляскала!
Ҡулын болғай ҡәҙерле улына!
Үлемһеҙ полк үтте, һиллек баҫты,
Яңырттылар тағы һағышты...
Ә үҙҙәре яйлап ҡына атлап,
Зәңгәр күккә барып олғашты...
Ҡанат ҡағып һаубуллашты улар,
Хушығыҙ, тигәндәй, хәҙергә!
Улар өсөн барыһы ла әҙер
Йәнкәйҙәрен бүлеп бирергә!
Юҡ-юҡ, булмаҫ, был бит хыял ғына!
Һаман көткән әсә хыялы...
Тәҡдиргә яҙылған яҙмыштарҙан
Үтеп ниҙер ҡылып буламы?
Ошо ҡайғы килгән ҡартайтырға,
Әсе һағыштарға һалырға.
Әсә йәне һаман өҙгөләнә,
Ниндәй дауа, ҡайҙан табырға?!
Сулпан Әҡсәнова.
Фото: vk.com/id153608220?w=wall153608220_19119