Ошо арала баш ҡаланың Пугачев урамында күләмле реконструкция башланасаҡ. Проект ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Беренсе этапҡа Бельская урамынан алып Сочи урамына тиклем юл эштәре һалынған, икенсе этап — Бельская урамынан Бородин урамына тиклемге участкала үтәсәк.
— Пугачев урамын төҙөкләндереү сиктәрендә ҙур күләмдә юл эштәре планлаштырылған. Халыҡ аңлап ҡабул итһен ине, сөнки беҙҙе һөҙөмтәлә заманса юл көтә. Уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса ғына. Юлдың һәр йүнәлешендә ике һыҙатлы хәрәкәт буласаҡ. Ағиҙел йылғаһы яры буйында йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, дөйөм оҙонлоғо 30 километрҙан ашыу булған күп кенә элемтә — һыу һәм газ менән тәьмин итеү селтәрҙәре, баҫым канализацияһы, электр кабелдәре үҙгәртеп ҡороласаҡ. Шулай уҡ сауҙа, торлаҡ һәм күсемһеҙ милекте һүтеү көтөлә.
Ремонт эштәре беренсе этапта хәрәкәтте өлөшләтә сикләү менән башҡарыласаҡ. Участканы тулыһынса ябыу планлаштырылмай. Әммә икенсе этапта төҙөлөш-монтаж эштәре барышында Пугачев урамын төҙөкләндереүҙең ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында Геофизиктар урамынан Пугачев урамы буйлап Бородин урамына тиклем участкала транспорт хәрәкәтен тулыһынса ябыу планлаштырыла. Июлдең тәүге яртыһында транспорт саралары хәрәкәтен сикләү ҡаралған, — тине Өфө ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Евгений Кулешов.
Пугачев урамы ябылыр алдынан юлсылар Кузнецов затонын урап үтеүсе яңы урау юл төҙөйәсәк. Уның дөйөм оҙонлоғо 3,2 км тәшкил итә. Әлеге ваҡытта объектта юл эштәре әүҙем бара. Атап әйткәндә, урау юлда тротуар һалынасаҡ, йәмәғәт транспорты туҡталыштары ойоштороласаҡ.
– Урау юлды мөмкин тиклем киңерәк төҙөргә – дүрт һыҙатлы хәрәкәтте яйға һалырға ниәтләйбеҙ. Бөгөнгө көнгә объектҡа 20-ләп берәмек техника йәлеп ителгән. Әле планлаштырыу эштәре алып барыла, — тине "Башҡортостан" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етәксеһе урынбаҫары Артур Әюпов.
Ниндәй ҙә булһа юл эштәре, ошондай күләмле проектты тормошҡа ашырғанда уңайһыҙлыҡтар тыуа. Ҡала хакимиәте Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын юл эштәренә аңлап ҡарарға һәм маршрутты алдан планлаштырырға кәңәш итә. Мөмкин булһа, альтернатив урау юлдарҙан — М5 трассаһынан, Колгуев урамынан йөрөргә була.
Пугачев урамын ремонтлау Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған юбилей объекттары исемлегенә индерелгән. Юл төҙөүселәр төҙөлөш-монтаж эштәрен 2024 йылдың беренсе яртыһында тамамларға ниәтләй.
Фото һәм сығанаҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.