Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Май 2022, 14:09

Бәләнең башы – вайымһыҙлыҡта

Йылына 12 мең ҡатын ғаиләләге ҡыйырһытылыуҙан һәләк була.

Мәктәптә дуҫлашып йөрөгән класташым Сәриә аттестат алыу менән ҡалаға китте лә абитуриент ваҡытында уҡ етеш тормошта йәшәгән ҡала егетенә кейәүгә сыҡты. Йыл һайын сит ил машинаһында ауылға бер нисә сәғәткә генә һуғылалар ине. Шунан алып Сәриә менән аралар өҙөлдө. Ә уның тормош иптәше билдәле эшҡыуар, аҙаҡ сәйәсмән булып китте. Телевизорҙан маҡтап һөйләнеләр, гәзиттәрҙә уның хаҡында мәҡәләләр донъя күрҙе.

 

“Йәшлегемде заяға үткәрҙем”

 

Яңыраҡ Сәриәне Өфөлә осраттым. Матур кейенгән, ҡиммәтле хушбуй еҫтәре аңҡытҡан сибәр ҡатынды тәүҙә танымай торҙом.

– Сәләм! Хәлдәрең нисек! Ҡалай һис үҙгәрмәгәнһең! Әйҙә, кафеға инеп сәй эсеп алайыҡ, күптән күрешкән юҡ, – тип ул мине үҙе артынан әйҙәне.

Ҡапма-ҡаршы ултырғас ҡына нескә муйы­нындағы күгәргән урынын шарф менән йә­шереп маташҡанын, күҙ аҫтындағы ҡараһын крем һөртөп ағартҡанын күреп аптыраным. Күҙҙәре лә моңһоу ине. Ул хәлдәремде һорашты, ике балам барлығына һөйөндө.

– Һин бәхетле! Ә бына мин яңылыштым. Ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тиҙәр бит әле. Бына 15 йылдан ашыу инде ситлектә йәшәгән ҡош һымаҡмын. Бер ҡайҙа ла сыға алмайым. Улым бар. Ирем өсөн боксер грушаһы урынынамын. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, һуғып осора. Йомортҡанан йөй эҙләп йонсотто.

– Ниңә улайһа айырылмайһың?

– Ҡайҙа барам мин? Ауылға әсәйем эргәһенә ҡайтайыммы? Ғүмер буйы эшләмәгәс, бер тин аҡсам да юҡ, баланы ла ул миңә бирмәйәсәк.

– Һуң айырылышҡанда мөлкәт икегеҙгә теүәл бүленергә тейеш. Гел туҡмағас, белешмәләр йый ҙа тәүәккәллә.

– Булмай. Ул миңә һуҡыр тин дә бирмәйәсәк. Йәшлегемде заяға үткәрҙем. Уҡырға инеп, һөнәрле булғас ҡына, кейәү тураһында уйларға кәрәккән. Үкенәм... Бер ҡайҙа ла ярҙам һорап барып булмай. Яр һалһаң да, ишетеүсе юҡ. Полиция саҡыртып ҡарағайным, ғаилә мөнәсәбәттәрен үҙ-ара асыҡлағыҙ, тип һөйләшеп тә торманылар. Тағы ҡайҙа барырға? Аптырайым. Ғүмер буйы былай йәшәп булмай бит!

Һүҙгә әүрәп, сәй тәмләп тә өлгөрмәнек, Сәриәгә ире шылтыратты. “Ниндәй кафела ултыраһың? Кем менән?” – тип ҡысҡырғаны ишетелде. Әхирәтем:

– Ул телефоным аша минең ҡайҙа йөрө­гәнемде күҙәтә, – тип бышылданы ла хатта һаубуллашмайынса сығып китте. Мин һыуыҡ сәйҙе уртлай-уртлай Сәриәнең яҙмышы тураһында уйландым. Хәйер, бер ул ғынамы?! Ғаиләһендә йәберһетелеп йәшәгән ҡатындар бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыһы ут йотоп, тиран иргә түҙергә мәжбүр.

 

Ғаиләлә ҡыйырһытылғандар арта

 

Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, тиһәләр ҙә, был осраҡта уның үлем менән тамамланыуы ихтимал. Һуңғы йылдар арауығында ғаиләлә ирҙәр тарафынан башҡарылған енәйәттәр – быға асыҡ дәлил.

Социологтар билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙы борсоған был проблема уларҙың йәмғиәттә биләгән урынына бәйле: социаль йәһәттән яҡланмау, түбән эш хаҡы, хәл ителмәгән торлаҡ мәсьәләһе... Быларҙың барыһы ла ғаиләләге мөхиткә ҙур йоғонто яһай, ҡатын-ҡыҙҙы бығаулай. Бынан тыш, ғаилә тирандарынан һаҡлаған закондарҙың булмауы ла бәкәлгә һуға.

Илдә ауыр йәрәхәттәрҙең күпселеге көндәлек тормоштағы ыҙғыш ваҡытында һалына икән. Зыян күреүселәрҙең яҡынса 80 проценты – ҡатын-ҡыҙ һәм балалар. Был һүҙҙәрҙе Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй: һәр дүртенсе үлтереш ғаиләлә сыҡҡан ыҙғыш мәлендә була. Социологтар билдәләүенсә, йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙҙың ике проценты ғына үҙенең бәләһе менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.

Маркетинг тикшеренеүҙәр институты үткәргән һорау алыуҙарҙың һөҙөмтә­һенә күҙ һалайыҡ: Рәсәйҙең 13 ҙур ҡалаһында йәшәгән мең­ләгән ҡатындың фекерен өйрәнгән­дәр. Уларҙың 87 проценты ғүмерҙә бер тап­ҡыр булһа ла ғаиләлә ҡыйырһы­ты­лыуын бел­дер­гән. Йәбер­ләүҙе иҫкәр­теү милли үҙәге менән берлектә бил­дәле косметика етештергән компанияның былтыр үткәргән акцияһы һөҙөмтәһе менән дә таныштырғы килә: бушлай “ышаныс телефоны”на ете меңдән ашыу шылтыратыу булған. Иң күбеһе Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән мөрәжәғәт иткәндәр (36%), Тверь һәм Түбәнге Новгород өлкәһенә – дүрт, Новосибирск өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһына – өс, Башҡортостанға ике процент тура килгән. Шылтыратыусы ҡатын-ҡыҙҙың 30 проценты физик йәберләүҙәргә дусар булһа, 20 проценты ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына зарланған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең проблемаларын өйрәнгәндән һуң, белгестәр шуны асыҡлаған: йәберләүгә йышыраҡ 30 – 40 йәштәге ҡатын-ҡыҙ дусар була. Уларҙың күбеһе эшләй, ләкин хеҙмәт хаҡы түбән.

Тиран алдында үҙ-үҙеңде яҡлай алмау бәләгә алып килә. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ йәберләүҙәргә түҙеп, күнеп, баш баҫып йәшәй. Ундайҙарҙы бер ҡараштан танып була: күҙҙәре һүнгән, йонсоған, тормоштан ваз кискән... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙәге ыҙғыш ҙурға китеп, ҡатындың йә ғәрипләнеүе, йә үлеүе ихтимал.

 

Тирандар – беҙҙең арала

 

Был йәһәттән бер нисә йыл элек Баш­ҡортостанда булған бер ҡот осҡос хәлде ми­ҫалға килтереү ҙә етә. Баш ҡалала йә­шәгән Александр Беляев ҡатынын һәм өс балаһын сәнсеп үлтергәйне. Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына бер ҡыҙ балалары иҫән ҡалды. Ғаилә ағзаларына ҡул күтәргән был кешенең йыртҡыслығын аңлау мөмкин түгел. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уны тиҙ ара­ла ҡулға алды. Енәйәтсе хөкөмгә тарттырылды, ғүмер­леккә иркенән мәхрүм ителеп, ҡаты режимлы колонияға ебәрелде.

Йәмәғәтселек был фа­жиғә тураһында һаман фекер алыша. Шуныһы көн ке­үек асыҡ: әгәр ҙә вәкә­ләт­ле органдар ғаиләне ҡур­салаһа, балалар ҙа, ҡатын да иҫән ҡалыр ине. Александр ҡатыны һәм балаларына йыш ҡул күтәргән. Татьяна менән Вика туҡмалып дауаханала ла ятып сыҡҡан. Әгәр шул ваҡытта уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары сара күрһә, ғаилә башлығы менән ҡыҙыҡһынһа, уның Рәсәйҙә рөхсәтһеҙ йәшәүе лә асыҡланыр, яҡындарын йыш йәберләүе лә билдәле булыр ине. Ләкин бер ниндәй ҙә сара күрел­мәгән. Һөҙөмтәлә тотош ғаилә һәләк булды.

...Әсәләренең үле кәүҙәһен күреү менән балалар ҡысҡырып илай башлай, шуға Владимир уларҙы ла аямай. Фатирҙа ыҙғыш-талаш, ҡысҡырышыуҙар сәғәт ярым дауам итә, әммә күршеләренең береһе лә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй! Ҡурҡалар. Владимир һуңынан ыҙғышып йөрөр тип уйлайҙар, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡыҫылырға теләмәйҙәр. Ошо вайымһыҙлыҡ та – дүрт кешенең һәләк булыуы сәбәбенең береһе.

Владимир 30 төрлө экспертиза үткән, уларҙың барыһы ла ирҙең енәйәтте айыҡ аҡыл менән башҡарыуын дәлилләгән.

Өс бала әсәһе, журналист Ирина Кабано­ваның да ире тарафынан быуып үлтерелеүе тураһында барлыҡ телеканалдар ҙа һөйләне. Криминалистар Алексейҙың психик сирле булыуын билдәләй. Шуныһы ҡурҡыныс: енәйәткә әҙер кешеләр беҙҙең арала йөрөй һәм үҙенең эске тойғо-кисерештәрен белдермәй. Бындай хәлдең стена аша ерҙә булыуы ла ихтимал. Шуға ла күршелә йәшәгән ир ҡатынына ҡул күтәрә икән, битараф ҡалмағыҙ! Бәләнең башы тап шул вайымһыҙлыҡта бит...

 

Ҡотолоу өсөн тәүәккәллек кәрәк

 

Телефоным шылтырай:

– Лилиә, хәлдәрең нисек?

– Сәриә, һинме ул?!

– Эйе, дауаханала ятам, эргәмә килеп кенә кит әле...

Сәриәне ире йәнә туҡмаған, тик быныһында саманан артыҡ “тырышҡан”. Ҡатын ярҙам һорап урамға сығырға мәжбүр булған. Иртән иҫһеҙ ятҡан Сәриәне күреп, күршеләре “Ашығыс ярҙам” саҡырған. Дауаханаға шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре лә килеп еткән, ғариза яҙҙырғандар, иренә ҡарата енәйәт эше асҡандар.

Был ваҡиғаға бер йыл самаһы ваҡыт үтте. Әле класташым бәләкәй генә ҡалаға күсеп китте, эш тапты. Суд аша улын да үҙ тәрбиәһенә алды. Ире уны кире ҡайтарырға маташҡайны ла, булдыра алманы. Хәҙер Сәриәнән дә бәхетлерәк кеше юҡ...

 

Зәйнәп НАЗАРОВА, психолог:

– Замана ир-егет­тә­ренең 20–30 проценты мейе һелке­неүенән яфалана. Хәрби хеҙ­мәт­тә, спортта, һу­ғыш­ҡан саҡта алған был йәрәхәт­тәрҙең һуңынан психикаға йо­ғонто яһауына әһә­миәт биреп еткермәйбеҙ. Ә бындай кешеләр тиҙ ҡыҙып китеүсән була, ҡай­һы саҡта үҙен контролдә то­та алмай. Был бер сәбәп булһа, икенсеһе – замандың тиҙле­гендә, кешенең депрессияға бирелеүендә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ауыр тормош әле лә беҙҙең күңел торошона йоғонто яһай. Йәшәү өсөн көрәш бара. Замандың йылдам тиҙлегенә өлгөрөү барыһына ла еңел бирелмәй, йыш ҡына күңел төшөнкөлөгөнә дусарбыҙ.

Тағы бер мөһим мәсьәлә – йәштәр ғаилә тормошона әҙер түгел. Өйләнеп бергә йәшәй башлағас, ике йылдан көрсөк кисерәләр. Уны һәр кем үҙе белгәнсә үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, психологка кәңәшкә килеүселәр һирәк.

Ҡатын менән ир бер-береһен ихтирам итеп йәшәһен өсөн әле үҫеп килгән быуын менән ныҡлы тәрбиә эше алып ба­рырға кәрәк, ғаилә тормошона әҙерләү ҙә мөһим. Ләкин күпселек осраҡта был проблемаға тейешле әһәмиәт бир­мәйбеҙ.

Бикә ҠОЛСУРИНА.

Зәйнәп НАЗАРОВА, психолог
Зәйнәп НАЗАРОВА, психолог
Читайте нас в