Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Май 2022, 14:02

Таһир Күсимов бер ҡасан да Йәнйегетов булмаған

“Башҡортостан” гәзитенең 31-се һанында (2022 йыл, 22 апрель) “Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап” рубрикаһы аҫтында донъя күргән “Бер нәҫелдең ғәйрәтле улдары. Рим Йәнйегетов абруйлы ир-азаматтар тәрбиәләгән Күсимовтар нәҫеленән” тигән мәҡәләне уҡығас, фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы булдым.

Белорет районының Сосновка ауылынан Гөлсөм Мостафина бер ауылдашы менән һөйләшкәндә үҙе өсөн ҙур яңылыҡ аса: Рим Йәнйегетов – Советтар Союзы Геройы генерал Күсимовтың ҡустыһы, ә Күсимов фамилияһын алғанға ҡәҙәр ул Таһир Йәнйегетов булған. Авторҙы Күсимовтың Күсимовҡа әйләнмәҫ элек ниндәй фамилия йөрөткәне күптән ҡыҙыҡһындырғанлыҡтан, ул был хәбәрҙе асыш тип ышанып ҡабул итә: “Күсимовтың “ҡустыһы” Рим Йәнйегетов бер атай менән әсәйҙән тыуған ике улдың төрлө фамилия йөрөтөүе тарихын былай тип бәйән ҡыла...” Артыҡ та, кәм дә түгел: бер ата-әсәнән тыуған ике ул?! Артабан дауам иткән әңгәмәлә Таһир бер ауыҙ асып һүҙ әйтергә ҡурҡҡан, ауылының исемен дә, үҙенекен дә әйтә алмай юғалып ҡалған егет итеп һүрәтләнә.

Беҙ, генерал Күсимовтың Өфө­лә йәшәгән туғандары, мәҡәләне уҡып, ауылдашыбыҙҙың, яҡын туғаныбыҙҙың биографияһына сираттағы уйҙырма өҫтәлеүенә битараф ҡала алмай асыҡлыҡ индерергә булдыҡ.

Күсем – ярайһы уҡ боронғо ауыл. Шәжәрәбеҙҙә Күсем олатайыбыҙ булғанын беҙҙә барыһы ла белә. Уның исеменән фамилия алған арҙаҡлы шәхестәребеҙ булды. Беҙҙең ауыл заманында уҡыу, белем биреү үҙәге булған. Зәйнулла ишанда уҡып ҡайтҡан Тажиәхмәт Күсемов, Яҡуп Күсемов булғанын белеп үҫтек. Ауылда ошо уҡымышлылар йәш быуынға белем биргән. Күсимов фамилияһын йөрөтөү­селәр әле лә бар. Таһирҙың Күсимов фамилияһын алыуы ауыл халҡы өсөн ап­тырарлыҡ күренеш булмаған, ул Таһир Тайып улының биогра­фияһында аңлап яһалған бер аҙым булған.

Күсимов фамилияһын алғанға ҡәҙәр Таһир ниндәй фамилия менән йәшәгән? Уның ата-бабалары кем? Таһир – Тайып улы, Тайып олатай Зинунов булған, Таһир ҙа Зинунов, ә Йәнйегетов булмаған. Шәжәрәнән өҙөк килтереү фамилия мәсьәләһенә асыҡлыҡ индерер, нөктә ҡуйыр.

Күренеүенсә, Йәнйегет менән Тайып – бер туғандар, Зинундың балалары. Тайыптың улы Таһир нисек Йәнйегетов булып йөрөһөн?! Затын белеп етмәү яңылыштырған Римде. Күсем ауылында Таһир Күсимовтың музейы бар, унда Герой тураһында бик күп материал һаҡлана. Римдең атаһы – беҙҙең Күсем ауылынан. Байрамғол ағайҙы ла, Әҡлимә еңгәне лә күреп беләм.

Римдең һөйләгәндәрендә тағы бер дөрөҫ булмаған мәғлүмәт бар. Таһирҙың атаһы Тайып олатайҙың Таһирға 10 йәш самаһында, улын алып, Урта Азияға сығып китеүен ишетмәгәндер. Өс баланан берҙән-бер булып ҡалған улына үлем ҡурҡынысы янағанын белеп ҡалған атаһы, балаһының башын һаҡлар өсөн ауылын ташлап, ер аяғы-ер башы яҡтарға китеп, шунан ҡайта алмай. Таһир шул яҡта үҫеп, ир еткәс кенә, иленә ҡайтара атаһы. Ә туған телде ул һис тә онотмаған, атаһы менән улы үзбәксә һөйләшеп йәшәмәгән инде. Ул Урта Азияға киткәнсе үк ауыл мәктәбендә уҡый башлаған. Ә Ҡазанға уҡырға китеүенә ағаһы Ғәли (әсәһенең бер туған ҡустыһы) ярҙам итә. Тайып олатай Ғәли ҡәйнешенә ышанып ҡайтара улын. Улар гел хаттар яҙышып торған.

Кешеләргә теләгебеҙ ҙә, үтене­себеҙ ҙә бар. Билдәле, мәшһүр шәхестәребеҙ тураһында киләһе быуындарға дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе генә һөйләргә кәрәк, һәр төрлө уйҙырмаларға юл ҡуйырға ярамай. Легендар генерал Күсимовтың улы һәм килене, ейән-ейәнсәрҙәре иҫән, Өфөлә йәшәйҙәр.

Бөйөк шәхестәребеҙҙе һәр саҡ оло хөрмәт менән иҫкә алайыҡ.

 

Клара АРАЛБАЕВА (ҒИЛМАНОВА), хеҙмәт ветераны.

Читайте нас: