Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
27 Май 2022, 10:01

Бөрйәндәр йыйын йыйҙы

Берҙәм, сәмле, ғәрсел ҡыпсаҡтар был юлы ла һынатманы.

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика конкурсы дәррәү бара. Бөрйән районынан республика этабына район бәйгеһе еңеүсеһе булған Әбделмәмбәт ауылы сыҡты. Ҡыпсаҡтар был бәйгелә һынатмау, еңеү яулау өсөн сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған төрлө спорт, мәҙәни, тәрбиәүи саралар ойошторҙо.

 

“Ҡыпсаҡ йыйыны” ҡунаҡтар ҡаршыланы

 

Февралдә проект сиктәрендә, районда хаҡлы рәүештә спортсы ауыл исемен алған ҡыпсаҡтар быймалы хоккей буйынса ҙур ярыш үткәрҙе. Муниципаль-ара тәжрибә уртаҡлашыу, күршеләр менән бәйләнеште нығытыу маҡсатында, үҙҙәре кеүек үк “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан күрше Белорет районының Тирлән ҡасабаһы хоккейсыларын саҡырҙы. Апрелдә Әбделмәмбәттә “Килен – ҡәйнә тупһаһынан” тип исемләнгән район конкурсы гөрләне.

Ә ошо көндәрҙә ҙур байрам – “Ҡыпсаҡ йыйыны” уҙҙы. Сараға Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр райондарынан да ҡунаҡтар килде. Ауыл осонда уларҙы милли кейемдәге һыбайлылар: “Йыйын килә, йыйын!” – тип һөрәнләп ҡаршы алып, үҙҙәре артынан эйәртеп, төп майҙанға алып килде.

Ҡыпсаҡтар ҡунаҡтарҙы йор һүҙ, йыр-моң, милли ризыҡ менән ихлас ҡаршыланы. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, йыйынды тәбрикләп, фатихаһын бирҙе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында әүҙемлек күрһәткән, еңеп сыҡҡан ауылдар халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ул Мәҡсүт, Исламбай хакимиәттәре башлыҡтарына – 20 мең һумлыҡ, ә муниципаль этапта еңгән Әбдел­мәмбәт ауылына 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Мәһәҙей, Ғәлиәкбәр ауылдарының тырыш­лығы ла баһаланды. Конкурс этаптарында ҙур әүҙемлек күрһәткән бер төркөм Ҡыпсаҡ әүҙемселәре лә район хакимиәте һәм советының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләк­ләнде.

Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Айыҡ ауыл” конкурсының төп ойоштороу­сыһы булып һанала. Йыйынға Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы, йәштәр, спорт һәм ирекмәндәр эштәре буйынса рәйес урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин да килгәйне.

– Былтыр конкурста республика­быҙҙың мең ярымдан ашыу ауылы ҡатнашыу теләген белдерҙе. Бигерәк тә Урал аръяғы районда­рының әүҙемлеге маҡтауға лайыҡ. Сараның маҡсаты – ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды тради­цияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән һаҡлау, тимәк, киләсәкте хәстәрләү.

Бөгөн йыйында башҡа район вәкилдәренең дә булыуы ҡыуаныс­лы – тауыш биреүҙәрҙә лә, тәжрибә уртаҡлашып бер маҡсатта эшләүҙә лә бер-берегеҙгә терәк-таяныс булығыҙ. Һөҙөмтәләр нисек булыуға ҡарамаҫтан, еңелеүселәр булмая­саҡ. Конкурста ҡатнашыу – үҙе үк ҙур еңеү, – тип телмәр тотто Хәлил Юлай улы.

Ул шулай уҡ милли йолаларҙы пропагандалағаны һәм әүҙем йә­мәғәт эшмәкәрлеге өсөн Әбделмәм­бәт ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зәкиә Муллағоловаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ауылдың йәнә бер нисә әүҙемсеһе ошондай уҡ рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

 

Шөғөлө бар – бәхетле

 

Ҡунаҡтарҙы ауыл тормошо менән таныштырыу маҡсатында халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе лә ойошто­ролған ине. Ҡыпсаҡ уңғандары үҙҙәре етештергән һөт аҙыҡтарын, бал, буҙа, талҡан тәҡдим итте. Теләгәндәр ҡул тирмәнен тартып ҡараны. Ауыл үҙ “кулибиндары”, ағас һырлау оҫталары менән дә дан тота. Ир-ат Иҙел Наҙарғоловтың үҙ ҡулдары менән йыйған бәләкәй генә тракторы эргәһендә мәж килде, үҙенсәлекле “тимер ат”ты йөрөтөп ҡараусылар ҙа табылды. Алтын ҡуллы Фәрзәт Ҡаһармановтың ағас ултырғыстары, гөл һауыттары өсөн кәштәләре, Ирек Шәмиғоловтың батмандары менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп ине.

Майҙанда ойошторолған ҡорама юрғандарҙан, сергетыштарҙан, балаҫтарҙан, сигеүҙәрҙән, бәйләм әйберҙәренән торған ҡул эштәре күргәҙмәһе береһен дә битараф ҡалдырманы, уларҙың күплегенән, төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашып киткәндәй булды. Кәрәҙ техникаһына нигеҙләнеп ҡоралған ҡорамалар менән йыйында ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән танышты. Әйткәндәй, күптән түгел Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ауыл ағинәйҙәре, сергетыш тегеү, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, бөтә республика менән тәжрибә­ уртаҡлашып ҡайтҡан.

 

Батырлыҡ дәресе үтте

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Атайсал” проекты яҡташтарҙың тыуған яҡтарына матди ярҙамын ғына күҙ уңында тотмай, рухи яҡтан дәртләндереүен дә маҡсат итеп ҡуя.

Йыйынға ауылдаштарына теләктәшлек белдерергә Өфөнән ғалимә, филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова үҙенең хеҙмәттәштәре менән килгән ине.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡан шағир, тәржемәсе Нәжип Иҙелбайҙың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған “Яуҙарҙа сыныҡ­ҡан йырсы шағир” темаһына улар үткәргән батырлыҡ дәресе, әҙерлән­гән күргәҙмә үҙе бер тәрбиәүи сара булып, йыйынға ҡот өҫтәне. Сәхнәнән һуғыш тураһындағы шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, күргәҙмә әсбаптар тәҡдим ителде, донъялағы, илдәге барған хәлдәр тураһында мәғлүмәт еткерелде.

Залда ултырған олоһо ла, кесеһе лә батырлыҡ дәресен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Ғөмүмән, ҡыпсаҡтар йәш быуында туған телгә, тыуған ергә һөйөү, халҡыбыҙҙың тарихына, йолаларына һаҡсыл ҡараш, хөрмәт тәрбиәләү буйынса ла бихисап эш башҡара.

Ауыл мәктәбенең дә үҙ музейы бар. 1994 йылда асылған тарих бүлмәһендә 250-гә яҡын экспонат һаҡлана, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Музейҙа ауылдың, мәктәптең тарихы, Ҡыпсаҡтан сыҡҡан арҙаҡлы кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында бай мәғлүмәт тупланған.

Ауылда йәштәрҙең ситкә сығып китергә ашыҡмай, тыуған төйәктә­рендә төпләнеп, йорттар һалып, ғаилә ҡорорға тырышыуҙары ла, һис шикһеҙ, йәш быуында бала саҡтан илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙән киләлер.

 

Уртаға һалып һөйләшеү

 

Борон башҡорттар йыйындарҙа милләттәштәребеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшерер, ырыуҙаштарының йәшәйеш-көнкүрешен нисек итеп яйға һалыу, тормошто ни рәүешле яҡшыртыу тураһында ла һөйләшеп, кәңәш-төңәш итер, ҡарарҙар ҡабул итер булған.

“Ҡыпсаҡ йыйыны”нда ла түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашыу нимә бирҙе? Һөҙөмтәләр бармы? Артабан ниндәй йүнәлештә эшләргә? Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева етәкселек иткән сарала һәр кем фекерен, тәҡдимен әйтә алды, йылдар дауамында һәм конкурс барышында туплаған бай һәм башҡаларға һабаҡ булырлыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, төрлө район, ауылдарҙан килгән ҡатнашыусыларҙың презентацияһы, эше менән танышты.

Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таңсулпан Төлкөбаева һөйләүенсә, биләмәлә биш магазин иҫәпләнә. Уларҙа аҙыҡ-түлектең, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙарҙың барыһы ла бар, ә хәмер һатылмай. 2014 йылда ауыл халҡы спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу мәсьәләһен үҙҙәре күтәреп сыға, йәшереп суррогат алкоголь һатҡан нөктәләр ҙә бөтөрөлә. Хәйер, хәмер ҡулланыусылар ҙа юҡ тиерлек ауылда. Халыҡ, бигерәк тә йәштәр, йылдан-йыл сәләмәт тормошҡа күпләп ылыға, замандан ҡалышмай, етеш йәшәргә тырыша. Һуңғы йылдарҙа төрлө програм­маларҙа үҙ өлөшөн индереп, нимәлер булдырыуҙа ла әүҙемлек күрһәтәләр, өмәләрҙә, йәмәғәт эштәрендә дәррәү ҡатнашалар.

– “Айыҡ ауыл” конкурсында икенсе тапҡыр ҡатнашырға йөрьәт иттек. Был юлы ауылыбыҙҙың бер кешеһе лә ситтә ҡалманы, рухланып, сәмләнеп, ҙур ойошҡанлыҡ күрһәтте. Депутаттар, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойош­маһы, ауыл активы менән берлектә эшләйбеҙ, килеп тыуған проблема­ларҙы ла  кәңәшләшеп хәл итергә тырышабыҙ, – тине ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен эшлекле етәксе, яуаплы ойоштороусы итеп күрһәткән Таңсулпан Айрат ҡыҙы.

Әбйәлилдәр үҙҙәрендә “Сәләмәт ауыл” проекты бойомға ашырылыуын тәфсирләп бәйән итһә, йылайырҙар  район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың идеяһы менән башланған тәжрибә­ләре менән ихлас уртаҡлашты – уларҙа көн һайын, аҙна һайын алдан билдәләнгән кеше хәмер менән дуҫ булған ғаиләләргә бара, төрлө йүнәлештә эш алып бара икән. Ошондай эш эскән ғаиләләрҙе контролдә тотоу менән бер рәттән, уларға хәмер һаҙлығынан сығыу, көрсөктө йырып сығыу алымдарын да тәҡдим итә – һөҙөмтә барыбер бар. Хәйбуллалар ҙа үҙ тәжри­бәләре, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың был конкурс этаптарын үткәндә төрлө яҡлап ярҙам итеүе хаҡында бәйән итте.

Бөрйәндәрҙең “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында көс һынауҙары беренсе тапҡыр түгел. 2020 йылда Брәтәк ауылы еңеү яуланы. Аҫҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғәни Юлдашев түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһап, коронавирус инфекцияһы сәбәпле сикләүҙәр ваҡытында, ҙур ауыр­лыҡтарҙы йырып булһа ла, күп эштәр атҡарыуҙары, халыҡты бер йоҙроҡҡа туплап, күмәк проблема­ларҙы еңеп сығыуҙары хаҡында һөйләне.

 Былтыр Бөрйән районы буйынса конкурстың муниципаль этабында 18 ауыл ҡатнашҡан. “Иң бәләкәй ауылдар” номинацияһында еңеүсе мәҡсүттәр исеменән ошо ауыл әүҙемсеһе, Ырғыҙлы ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлнара Көҫәпованың сығышы ҙур ауылдар исемлегенә инеп тә, кескенә проблемаларын да йырып сыға алмағандарға үҙе бер эш үрнәге булғандыр. Ул үҙ эштәренең презентацияһын халыҡ иғтибарына тәҡдим итеп, бәләкәй генә ауылда ла, теләк һәм ниәт, дәрт, ойош­ҡанлыҡ булғанда, ҙур эш атҡарып була алғанын ғәмәлдә раҫлауҙарын күрһәтте.

Һәр сығыш фәһемле, аныҡ эшкә нигеҙләнгән һәм башҡаларға һабаҡ булыуы менән ҡәҙерле ине. Һорау биреүселәр үҙҙәрен ҡәнәғәтләнде­рерлек яуап алып ҡыуанһа, эш атҡарғандар эшләгән эштәрен күрһәтеп риза ҡалды. Дөйөм алғанда, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү республикала баш алған һәм йылдың-йылы географияһын киңәйткән “Айыҡ ауыл” конкурсының юҡҡа ойошторолмауын иҫбатланы.

 

Рухи тамырҙар тергеҙелә

 

Ҡыуаныс, һуңғы ваҡытта халҡы­быҙҙа милли тамырҙарыбыҙға ынтылыу һиҙелә. Ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, традицион кәсептәре тергеҙелә. Уҡ атыу башҡорттар йәшәйешенең айырыл­ғы­һыҙ өлөшөн тәшкил иткән. Уҡ-йәйә менән яуға һәм һунарға йөрөгәндәр, ә байрамдарҙа мәргән­лектә ярышҡандар.

“Ҡыпсаҡ уҡсыһы” ла республи­каның төрлө райондарынан килгән илленән ашыу мәргәнде Үҙән буйындағы хозур тәбиғәтле ергә йыйҙы. Ярыш ойошторолған майҙан көйәрмәндәр, тамаша ҡылырға килгән кешеләр менән тулы булды был көндө, һәр кем милли кейемдә, уҡ-ян аҫҡан спортсыларҙы дәртләндерергә тырышты, улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө, уҡтан атып ҡарарға теләүселәр ҙә күп булды. Ситтәрәк ҡыпсаҡ уңғанбикәләре ҡаҙандар аҫып, тәмле аш бешерҙе, былау әҙерләне. Сәхнәлә һәүәҫкәр йырсылар сығыш яһап, сараны биҙәне.

Ҡыпсаҡтарҙың был ярышты йөрьәт итеп республика кимәленә сығарыуҙарына һоҡланырға ғына ҡала. Улар үҙҙәренең тырыш, дәртле һәм берҙәм булыуҙарын тағы бер ҡат иҫбатланы. Ойоштороу кимәле лә бик юғары ине, сара аныҡ, еренә еткерелеп үткәрелде.

Өлкәндәр өсөн ярыш алты этаптан торҙо. Беренсеһе “Мәргән уҡсы” тип аталды. Һәр спортсы 18 метр алыҫлыҡтан уҡ атты. Икенсе этап “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп, “Тере һыу” тип аталды, сәп икегә бүленгән, өҫ яғы – тереһыу, аҫ яғы – үлеһыу, уҡты өҫкө яҡҡа тейҙерер кәрәк ине. “Тиҙ атыш” һәм “Һыбайлы” тип аталған этаптарҙа уҡсылар  – 25, 30 метрға, “Йәйләү атышы”нда 40 метрға үҙҙәрен мәргәнлектә һынаны. Ә иң алыҫҡа 60, 70 метрға атыу “Төрөк путаһы” этабында башҡарылды.

Балалар айырым биләмәлә атышты. Төрлө ерҙән килгән 19 бала араһында иң бәләкәсенә алты ғына йәш ине. 18 йәшкә тиклемге уҡсылар өс этапта үҙен һынаны. “Мәргән” этабында 15 метрҙан баҫып һәм тубыҡланып, “Тереһыу”ҙа ла шул уҡ алыҫлыҡтан аттылар. Еңеүселәр һәр этапта йыйылған мәрәйҙәр һаны буйынса билдәләнде.

Һөҙөмтәләр буйынса иң мәргәне тип ир-ат араһынан Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин танылды, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Баймаҡтан  Тимур Өмөтбаев менән Бөрйәндән Сынбулат Юлбирҙин бүлеште. Бер туған Сынбулат һәм Салауат Юлбирҙиндарҙың исеме инде күптәргә таныштыр. Уҡ атыу буйынса төрлө кимәлдәге ярыш­тарҙа призлы урындарҙан ҡалмай улар, был юлы үҙ райондарында ойошторолған сарала ла һынат­манылар.

Бөрйәндәр бик ҡунаҡсыл бул­һалар ҙа, беренселекте бер кемгә лә бирмәнеләр – ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла Бөрйән һылыуы Әлиә Ишморатова беренсе урынды яуланы, мәрәйҙәр буйынса унан саҡ ҡына ҡалып, Учалынан Динә Вәлиева икенсе баҫҡысҡа күтә­релде. Өсөнсө урынға Белореттан Айгөл Ғәлиуллина лайыҡ булды.

Дөйөм алғанда, Бөрйәндә традицион уҡ атыу киң танылыу ала бара.

– Ҡаныбыҙға һалынған, шуға ла сафтарыбыҙ киңәйә бара, махсус рәүештә турнирҙарҙы урындағы батырҙар иҫтәлегенә үткәрәбеҙ. Республика кимәлендәге ярыштарҙан ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Йәш быуындың был шөғөлгә күпләп ылығыуы шатландыра, – тине Бөрйән районы уҡсылар хәрәкәте етәксеһе Илдар Ишморатов.

18 йәшкә тиклемге үҫмер малайҙар араһында ла майҙан хужалары алдынғылыҡты бирмәне – Даян Юлбирҙин менән Ирхан Үтәбаев беренсе һәм икенсе баҫҡысҡа күтәрелделәр. Баймаҡтан Ғәзинур Мәжитов өсөнсө урын алды. Ә Бөрйән ҡыҙҙары Уралиә Муллағолова, Лиана Мәхмүтова, Нәзифә Йомағолова тотош пьедес­талды биләне.

Әйткәндәй, башҡа турнирҙарҙан айырмалы булараҡ, “Ҡыпсаҡ уҡсы­һы” ярышында дүртенсе, бишенсе урындар ҙа билдәләнде һәм унға яҡын махсус приз өсөн дә ярыштар ойошторолдо. Ҡыҫҡаһы, бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы был сарала, ә иң мөһиме – барыһы ла күтәренке кәйеф, сәм, дәрт алып тыуған яҡтарына таралды.

Бына шулай шаулап-гөрләп үтеп китте Ҡыпсаҡ йыйыны. Ойоштороу­сылар үҙ маҡсаттарына иреште, ҡунаҡтар ҙа йәнле аралашыуҙан, алған тәжрибәләренән, хужаларҙың ҡунаҡсыллығынан бик ҡәнәғәт ҡалды. Бабсаҡ бей вариҫтарының илһөйәрлеге, әүҙемлеге, берҙәм­леге, һис шикһеҙ, юғары баһаланыр, тип ышанабыҙ.

Римма СОЛТАНОВА.

Бөрйән районы.

Читайте нас: