Үткән быуаттың 70-се йылдары. Мәғариф бүлеге мөдире Яхъя Мөниров мине, йәш белгесте, йәғни Тусыбай урта мәктәбенең директор урынбаҫарын, Көндәшле урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу эштәрендәге уңыштарын, эш стилен күҙәтергә бер аҙналыҡ командировкаға ебәрҙе. Тикшереү комиссияһының етәксеһе Хәнифйән Мостафин тарих дәрестәрен уҡытыу, уҡытыусыларҙың методик алымдарын өйрәнеү бурысын миңә йөкмәтте. Шунда беренсе тапҡыр бик ыҫпай, офицерҙарса бөхтә кейенгән, көр тауышлы, ышаныслы аҙымдар менән мәктәп коридорынан атлап барған оло йәштәрҙәге уҡытыусы менән таныштырҙылар.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Тушҡыр башҡорто Вәсфий Ғәлишанов мәктәптә тарих һәм йәмғиәт белемен өйрәнеү уҡытыусыһы икән. Ул беҙҙе тарих кабинетына алып инеп китте. Үҙ фәне буйынса төбәк методик берләшмәһенең етәксеһе лә. Күренеп тора: үҙ эшенең оҫтаһы, һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән, башҡорт халҡының тарихын өйрәнгән тынғыһыҙ уҡытыусы.
Тормош юлы менән танышабыҙ: 1921 йылдың июнь айында Балтас районының Тушҡыр ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Совет Армияһына киткәнгә ҡәҙәр (1939–1940 йылдарҙа) Асҡын районындағы Мутайылға ауылының башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән. 1939 йылдан ВЛКСМ ағзаһы. ВКП (б) сафтарында, хәрби хеҙмәттә үҙен өлгөлө яҡтан күрһәткән. Йәшлек хыялы – офицер булыу, Тыуған илдең хәрби көстәре составында хеҙмәт итеү.
1940 йылдың аҙағында Киев махсус хәрби округының 12-се танк дивизияһында полк мәктәбендә радист-телеграфист һөнәренә уҡып сыға. Нәҡ шул мәлдән уның өсөн һуғыш йылдары башланып китә. 1941 йыл Вәсфий Ғәлишан улы өсөн һынауҙар осоро була. Ровно өлкәһенең Гоща ҡалҡыулығында дошман менән тәүге ҡаты бәрелеш уның өсөн беренсе имтиханға тиң. Көнбайыштан өҫкә ҡара яу булып килгән фашист ғәскәрҙәре, совет һалдаттары менән осрашып, улар көслө ҡаршылыҡ күрһәтер тип уйламағандыр. Ғәлишанов 1943 йылдың ғинуарына тиклем 15-се танк бригадаһында радист-уҡсы булып һуғышта ҡатнаша. Вәсфийҙең белемле офицер икәнен аңлап, Сталинградтың хәрби-сәйәси училищеһына уҡырға ебәрәләр.
Юғары составтағы командирҙар корпусы төҙөү ниәтенән, һуғышта оҫталыҡ өлгөһө күрһәтеүселәрҙе тәрбиәләү өсөн, Ҡыҙыл байраҡлы В.И. Ленин исемендәге Мәскәү сәйәси училищеһына иң яҡшы әҙерлекле 200 курсантты ҡабул итәләр. Улар араһында Тушҡыр башҡорто Вәсфий Ғәлишанов та була. 1944 йылдың февралендә лейтенант булараҡ уҡыуҙы тамамлай. Йәш офицер бында алған белемен З-сө Украина фронтында күрһәтә, инициативалы командир икәнен раҫлай, комсорг итеп тәғәйенләнә. 189-сы гвардия дивизияһында Вәсфий Ғәлишановҡа гвардия өлкән лейтенанты хәрби исеме бирелә. Ул үҙе һөжүмдәр ваҡытында үрнәк күрһәтеп, иң алда бара, һалдаттарҙы дәртләндерә. “Тыуған ил өсөн!”, “Сталин өсөн!” – тип алға ынтылған командир рядовой-яугирҙәрҙе ҡыйыулыҡҡа өндәй.
Хәрби төркөмдәрҙең уңышы командирҙың аҡыллы тактик булыуынан тора. Вәсфийҙең көслө стратег булыуы бер йүнәлештә барған полк командирҙарына билдәле була. Сик буйына яҡынлашҡан һайын Еңеүгә ынтылыш арта бара. Үҙ йорто-иле өсөн һуғышҡанда әҙәм балаһы дошманға арыҫландай ташлана. Яҡташыбыҙ Днестрҙы, Дунайҙы кискәндә, Яссы–Кишинев операцияһындағы батырлыҡтары өсөн Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Был рәсми документтар геройҙың шәхси архивында бөгөн дә һаҡлана. 1944 йылдың 15 июлендә “Красная Башкирия” гәзитендә фронт журналисы, гвардия капитаны В. Колобанов һуғыш яланынан уның батырлыҡтары тураһында яҙған.
Вәсфийҙең хәрби наградалары: “Кавказды һаҡлаған өсөн”, “Будапештты азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, юбилей миҙалдары, Болгарияның “Ватан һуғышы” миҙалы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. Ул 1942 йылдың июнендә Көньяҡ фронттың 15-се танк бригадаһының сәйәси бүлегендә ВКП(б)-ға ҡабул ителә. Коммунист булараҡ, яугир Ғәлишанов Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия, Австрия ерҙәрен үтеп, еңеүсе булып Тыуған иленә ҡайта. Хәмдиә Хәкимйән ҡыҙы менән матур тормош ҡоралар, дүрт балаға ғүмер бирәләр.
1946 йылдың 1 авгусында Көндәшле ете йыллыҡ мәктәбендә физкультура һәм математика уҡытыусыһы булып эш башлай Вәсфий. Уның белеме, педагогикаға булған һөйөүе ошо мөһим эште башҡарырға ярҙам итә. Һуңынан уны Соҡалы, бер йылдан тыуған ауылы Тушҡыр ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. 1950 – 1953 йылдарҙа Аҫау мәктәбендә Советтар Союзы Геройы Үлмәҫ Шакиров менән бер коллективта эшләү бәхете тейә. 1954–1955 йылдарҙа Жданов исемендәге колхоз рәйесе була. Маты, Штәнде урта мәктәптәрендә уҡытырға ла өлгөрә. Тормош уны райондың төрлө коллективтарында эшләргә өйрәтә. Ниһайәт, ул үҙе яратҡан, күңеле тартҡан мәктәпкә – Көндәшле ете йыллыҡ мәктәбенә директор, тарих һәм география уҡытыусыһы булып ҡайта. Ул замандағы күренекле рәйес, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты Нурлығаян Такаев, Вәсфий Ғәлишановтың эште ойоштора белеүен, халыҡтағы абруйын иҫәпкә алып, Балтас райкомы менән кәңәшләшеп, 1958 йылда уны Көндәшлегә ҡайтара.
Беҙҙең уның менән һөйләшеүебеҙ иҫ киткес эстәлекле, тәрән мәғәнәле, эшлекле булды. Иҫең китеп тыңларлыҡ яҙмыш. Вәсфий ағайҙың тәрән белемле, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күргән ил ағаһы булыуына инандым. Һүҙгә оҫта, асыҡ күңелле Вәсфий Ғәлишан улы тормоштан, үткән юлынан, ғаиләһенән, уҡытып сығарған уҡыусыларының хеҙмәт уңыштарынан, хеҙмәттәштәренән ҡәнәғәт булды. Көслө тауышы менән ихлас шатланып көлә. Ул ҡыуанғанда тирә-яҡ тыңлап тора кеүек. Донъяны, тормошто ысын күңелдән яратҡан, фанилыҡтың ҡәҙерен белгәндәр генә ошолай ҡыуана.
Отставкалағы гвардия капитаны Вәсфий Ғәлишанов тәжрибәле уҡытыусы, ҡәҙерле атай, күренекле етәксе һәм тарихсы тураһында бик күп материал һаҡланып ҡалған. Улар район музейында урын алыр, тип ышанайыҡ.
Хәнис ХӘЗИМОВ
Балтас районы