Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
10 Июнь 2022, 09:52

Улар Тыуған ил өсөн көрәшкән

Йылдар уҙған һайын, Бөйөк Ватан һуғышы ла алыҫайғандан-алыҫая бара. Әммә ул һаман да беҙҙең иҫтә, сөнки, илемде һаҡлайым тип, һәр ғаиләнән атай-олатайҙарыбыҙ ҡан ҡойған, кемелер иҫән ҡайтҡан, ә ҡайһылары яу яланында ятып ҡалған, хәбәрһеҙ юғалған.

 Минең дә ҡарт олатайым, өләсәйемдең атаһы,  Муллахмәт Ғатаулла улы Ушанов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.  Ул 1911 йылда Әбйәлил районының әлеге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан Шаҙағай ауылында тыуа. Бәләкәй сағынан математика фәнен ярата, иҫәп-хисапты яҡшы белә. Асыҡ күңелле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл ҡарт олатайым бик оҫта сәсән була. Һунарсы ла булған ул, күберәк болан аулаған. Уның бүреләр тураһында һәм башҡа  яҙмалары туғандарҙа әле лә һаҡлана.

Оҫта ҡурайсы, бейеүсе, ауыл сәхнә­һенең биҙәге Муллахмәтте Өфөгә артист булырға ла саҡырғандар. Бер йыл эшләп ҡарағас, оҡшатмай, ауылына ҡайтып киткән.

Ҡарт олатайым 1942 йылда һуғышҡа китә, 1945 йылда, аяғы яраланып, контузия алып тыуған яғына ҡайта. Һуғыш тураһында һөйләргә яратмаған ул. “Һеҙгә йәшәү, ирек өсөн көрәштек, бөтә һалдаттар ҙа бар көсөнә аяуһыҙ һуғышты. Дан өсөн түгел, илебеҙ, туғандарыбыҙ өсөн көрәштек, ҡалғанын һорамағыҙ! Батырлығын  һалдат үҙе белде лә, Хоҙай күрҙе”, – тип кенә әйтер булған.

Һуғыштан һуң ҡарт олатайым почтальон булып эшләгән, шунан һатыусы эшенә күскән, ләкин берәү уны дегет майын урлауҙа ғәйепләп ошаҡ яҙған,  шуға бер йыл нахаҡҡа төрмәлә ултырып сығырға тура килгән.

Муллахмәт ҡарт олатайым Кинйәбикә ҡартәсәйем менән биш  ул һәм ике  ҡыҙ тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырған. Ушановтар күп мал тотҡан, йәшелсә үҫтергән. Уларҙы һатып, аҡса эшләгән. Балаларының күбеһе юғары белем алған. Кесе улы атаһының эшен дауам иткән. Үҙ магазинын асып, әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарт олатайымдың ғүмере ҡыҫҡа булған. Һуғыш яраларынан яфаланып, 1975 йылда был донъянан мәңгелек йортона күскән. Үҙе әйткәнсә, дан өсөн түгел, Тыуған ил өсөн көрәшкән ҡарт олатайым – беҙҙең быуын өсөн ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө.

Альбина ФӘХРИСЛАМОВА

Читайте нас: