Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы үҙенең маҡсатына өлгәште – Рәсәйҙә һәм унан ситтә 27 миллиондан ашыу ағас ултыртыуға өлгәшелгән.
“Хәтер баҡсаһы” акцияһы тәүге тапҡыр 2020 йылда уҙғарыла. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү. Бөтәһе 27 миллион төп ағас – һәләк булған 27 миллион кеше иҫтәлегенә.
Өс айҙан әҙерәк ваҡытта Рәсәйҙең 84 төбәге халҡы һәм бер нисә сит ил кешеләре ярҙамында халыҡ-ара акция маҡсатына өлгәште – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәр кешенең иҫтәлеге мәңгеләштерелде.
Башҡортостан Республикаһы ла “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына әүҙем ҡушылды һәм ҡатнашты.
"Республика халҡының уртаҡ тырышлығы менән 580 меңдән ашыу төп ағас ултыртылды. Был акция бөтәһен дә берләштерҙе: урман хужалығы эшсәндәрен, ветерандарҙы, хеҙмәт коллективтарын һәм төрлө предприятиеларҙы, ирекмәндәрҙе, мәктәп урмансылыҡтарын – бөтәһе 350 меңдән ашыу кешене. “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт!" – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолдо, дәүләт етәксеһе лә Ржев мемориалы эргәһендә үҙенең ағасын ултыртты.
Фото: bakalzori.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан