Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
11 Июнь 2022, 14:30

Күргәҙмәлә 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша

Башҡортостан делегацияһы Беларусь Республикаһында ниҙәр менән танышты?

Күргәҙмәлә 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша
Күргәҙмәлә 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге делегация Беларусь Республикаһына эш сәфәре менән барҙы.

Делегация составына төбәктең ете предприятиеһы ингән: “Агросила” сауҙа йорто, Үҙәк МТС, “Базы ауыл хужалығы" (Саҡмағош районы), “Восход” хужалығы (Ҡалтасы районы), Р.В. Мөҡминов крәҫтиән (фермер) хужалығы (Ғафури районы), Салауат исемендәге колхоз (Мәләүез районы) һәм “Победа” йәмғиәте (Яңауыл районы).

Сәфәр программаһына ярашлы, делегация Беларусь ауыл сәнәғәте аҙналығы сиктәрендә Минск ҡалаһында уҙған “Белагро-2022” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәне ҡараны. Унда Беларусь, Рәсәй, Германия, Ҡытай, Польша кеүек илдәрҙән 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша.

Күргәҙмәне Беларусь Республикаһының Ауыл хужалығы һәм сауҙа, Сәнәғәт министрлыҡтары, Милли фән академияһы, “Белгоспищепром” концерны, Беларусь кооперация союзы һәм урындағы барлыҡ төбәктәр бергә ойошторған.

Ҡытай – Беларусь “Бөйөк Таш” индустриаль паркының күргәҙмә үҙәгендә урынлашҡан майҙансыҡта беҙҙең делегация вәкилдәре үҫемлекселекте, малсылыҡты, ҡошсолоҡто үҫтереүҙәге тәжрибә, тауарҙы эшкәртеү, төрөү, һаҡлау технологиялары менән танышты, ауыл хужалығы техникаһы өлгөләрен ҡараны.

Бындай эшлекле сәфәрҙәр Рәсәй Президенты Владимир Путиның май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға яңы мөмкинлектәр аса.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм экспорт министрлығы сайты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Күргәҙмәлә 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша
Күргәҙмәлә 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: