Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Июнь 2022, 12:00

"Ошондай байрамдар халыҡты нығыраҡ берләштерә"

Өфөлә байрам саралары нисек үтә?

"Ошондай байрамдар халыҡты нығыраҡ берләштерә"
"Ошондай байрамдар халыҡты нығыраҡ берләштерә"

Бөгөн, 12 июндә, Өфөлә күркәм байрам саралары бара. Ойоштороусылар халыҡ өсөн төрлө мәҙәни, спорт сараларын үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле программа төҙөгән.

Ленин урамында үткән “Байрамса биҙәлгән Өфө”, “Ҡашҡаҙан” мәҙәни һәм ял паркында уҙғарылған “Ике аҙым ... тиклем” һәм Мәжит Ғафури исемендәге паркта ойошторолған “Әүҙем оҙон ғүмерлелек байрамы” тип аталған сараларҙа кешеләр ихлас ҡатнашты. Бөгөн урамдар һәм йорттар ҙа матур итеп биҙәлгән, төрлө урындарға байраҡтар эленгән, көй-моңдар ағыла.

Саралар иртәнге сәғәт 10-да башланды. Баш ҡалабыҙҙың иң төҙөк һәм боронғо Ленин урамында уҙған “Байрамса биҙәлгән Өфө” фестивалендә, мәҫәлән, Мәскәүҙең, Санкт-Петербургтың, илебеҙҙең бүтән ҡалаларының һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең артистар төрлө тамашалар күрһәтте, цирк артистарының, хәрби-патриотик клубтарҙың сығыштары ла күңелдәргә хуш килде. Парад “Иң ыҫпай кейем” конкурсы еңеүселәрен асыҡлау менән тамамланды. Камил Ғәфүрйәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай шәп тамашаны ҡарарға, үҙҙәрендә лә саралар ойошторолоуына ҡарамаҫтан, ул Дим биҫтәһенән ҡатыны менән ашҡынып килеп еткән. Артистарҙың сығыштарын бик оҡшатҡандар, “Ете ҡыҙ” фонтаны янында фотоға ла төшкәндәр.

“Ҡашҡаҙан” паркында ла халыҡ күп. Бында пляж волейболы буйынса республика чемпионаты уҙҙы, көйәрмәндәр үҙҙәренең яратҡан командалары өсөн янып көйҙө, шулай уҡ футбол, стритбол һәм башҡа уйындар ойошторолдо, йәштәр Рәсәйҙең “Нан-на”, “Дабро” төркөмдәренең, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштарын тыңлап кинәнде. Өфөнөң 450 йыллығының төп символы һыуһарҙың исем туйы ла һәммәһенә оҡшағандыр.

"Бөгөн баҡсаға барманым, күңелле концерт программаларын ҡарауҙан мәхрүм ҡалғым килмәне, – ти Сипайлово биҫтәһендә ғүмер иткән Розалина Әхмәтова. – Барыһы ла оҡшаны, ошондай байрамдар халыҡты берләштерә, илһөйәрлекте арттыра, татыулыҡты нығыта". Розалина ханым үҙе менән ейәне Илһамды ла алған.

М. Ғафури исемендәге паркта иһә ғаиләлеләрҙе һәм оло йәштәгеләрҙе йыш осраттыҡ. Сәлимә һәм Байрас Ғәлимовтар, өлкән булһалар ҙа, паркка сыҡҡан. Шулай уҡ байрам саралары Өфөнөң бүтән урындарында ла гөрләп барҙы. “Беренсе май”, “Тулҡын”, Р. Бикбаев, И. Якутов исемендәге парктар, С. Орджоникидзе майҙаны һәм башҡа урындарҙа халыҡ шығырым тулы булды. Байрам кискеһен салют менән тамамланасаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләрҙең кәйефе күтәренке, республика етәкселеге, һәр йылдағыса, ялды матур, файҙалы итеп ойоштороуға бөтә көсөн һалған.

Фото: https://kartinki-life.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: