Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Июнь 2022, 17:30

"Һәр берегеҙ – йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнө айҡанлы дәүләт наградалары тапшырҙы.

"Һәр берегеҙ – йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк"
"Һәр берегеҙ – йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк"

12 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнө айҡанлы дәүләт наградалары, Донбассҡа гуманитар йөк алып барған водителдәргә, уларҙы оҙатып барғандарға, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, власть органдары вәкилдәренә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

– Бөгөн был залда ябай булмаған көндәрҙә, илебеҙ ҡәрҙәш Донбассҡа ярҙам иткәндә, Украина ҡалаларын һәм ауылдарын милләтселәрҙән азат иткәндә үҙен лайыҡлы тотҡандар йыйылған, - тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан Донбассҡа гуманитар йөк – меңдән ашыу тонна аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кейем, беренсе кәрәк-яраҡтар, төҙөлөш материалдары һәм башҡа күп нәмә менән ун колонна ебәрелде. Ылау менән бергә барғандар ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Беҙ гуманитар ярҙамды тәғәйенләнгән пунктҡа илттек. Бөгөн һеҙҙе, ысын геройҙарҙы, наградлайбыҙ.

Республика Башлығы белдереүенсә, әле Луганск Халыҡ Республикаһының Красный луч ҡалаһында тиҫтәләгән белгестәребеҙ – табиптар, юл, коммуналь хеҙмәткәрҙәр, идара итеүселәр эшләй. Был командаға Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Фәрит ул Абдрахманов етәкселек итә.

- Беҙ унда асфальт заводын сафҡа индерҙек, юлдарҙы, социаль объекттарҙы ремонтлай башланыҡ. Үҙебеҙгә ҡарата күп йылы һүҙҙәр ишетелә. Донбасста йәшәүселәр Башҡортостанды, беҙҙең халыҡты ярата. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлайҙар. Штеревка ҡасабаһында Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст астыҡ. Унда генерал һәм уның яугирҙәре һуңғы яуҙа ҡатнашҡан, - тине Радий Фәрит улы. – Һеҙҙең һәр берегеҙ – йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк. Барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө - менән ҡотлайым. Шулай уҡ яратҡан Өфөбөҙҙөң тыуған көнө менән! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, юғары оҫталығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек теләйем. 

Салауат Юлаев ордены менән наградланғандар араһында республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Шамил Вәлиев, Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов, Рәсәйҙең Айырым хәүеф бүлексәләре ветерандары комитетының төбәк бүлексәһе рәйесе Рифҡәт Мырҙағолов бар. Башҡортостан Башлығы Рәхмәтенә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, уның урынбаҫары Морат Задин, Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы советы рәйесе Тимерйән Рәжәпов, водителдәр Рәлиф Хөснөтдинов, Илнар Камалетдинов һәм башҡалар лайыҡ булды.

Фотолар: glavarb.ru

"Һәр берегеҙ – йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк"
"Һәр берегеҙ – йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк"
"Һәр берегеҙ – йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк"
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: