Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Июнь , 19:00

Радий Хәбиров - Өфөлә үткән байрам сараларында

"Урындағы халыҡ менән бергә ҡалабыҙ тағы ла матурыраҡ, уңайлыраҡ булһын өсөн бергәләп эшләйбеҙ".

Радий Хәбиров - Өфөлә үткән байрам сараларында
Радий Хәбиров - Өфөлә үткән байрам сараларында

12 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. 

Республика етәксеһе “Байрамса Өфө” майҙансығында булды, республикала йәшәүселәрҙе байрам менән ҡотланы һәм уҡыуҙа, спортта, кластан тыш эшмәкәрлектә айырылып торған мәктәп уҡыусыларына Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын тапшырҙы.

– Иң тәү сиратта һеҙҙе Рәсәй – беҙҙең ҙур һәм бөйөк дәүләт – көнө менән ҡотлайым. Барығыҙҙы ла Өфө ҡалаһы көнө менән тәбрикләйем. Ике йылдан баш ҡалабыҙ ҙур юбилейын билдәләй. Шуға тиклем көн һайын ҡаланы яҡшырта һәм тағы ла матурыраҡ итәсәкбеҙ. Тағы ла бөгөн – милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө, - тине Радий Фәрит улы.

* * *

Тантаналы сара алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың тарихи урынында ойошторолған “Байрамса Өфө” фестивален ҡараны. Тематик майҙансыҡ бер көнгә йәйәүлеләр өсөн генә тәғәйенләнгән Ленин урамында урынлашҡайны. Унда төбәк етәксеһе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғынды һүндереү-ҡотҡарыу техникаһын ҡараны. Өфө янғындарҙы һүндереү-ҡотҡарыу гарнизоны етәксеһе урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры Тимур Тереғолов бында 15 берәмек техниканың, шул иҫәптән беренсе ярҙам автомобилдәренең, цистерналарҙың һәм башҡаларҙың  ҡуйылыуы хаҡында һөйләне. Республика Башлығы янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар менән аралашты, уларҙың һәр береһенең иң яуаплы эште лә атҡара аласағын билдәләне.

Радий Хәбиров “Бөгөл формаһы” асыҡ конкурсына ҡуйылған ағастан иң яҡшы скульптуралар менән танышты. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев оҫталарҙың йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү сиктәрендә ҡырҡылған авариялы ағастарҙың файҙаланыуы хаҡында һөйләне. Конкурста оҫталар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты. Үҙ эшендә улар башҡорт эпостары, әкиәттәре, легендалары геройҙарын һынландырҙы. Скульпторҙарҙың эше ҡала майҙандарын, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе биҙәйәсәк.

Театр майҙансығында Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Өфө башҡарыусылары ҡатнашты. Тамашасылар спектаклдәрҙе, пантомималарҙы, цирк номерҙарын ҡарай алды. Республика Башлығы Өфөләге төрлө тауар етештереүселәр, ретро-автомобилдәр күргәҙмәләрен дә ҡараны.

“Байрамса Өфө” фестивале сиктәрендә хәрби-илһөйәрлек клубтары һәм эҙләү отрядтары презентациялары үткәрелде. Мас-рестлинг буйынса ҡала асыҡ чемпионаты күп тамашасыларҙы йәлеп иткән сараларҙың береһе булды. Спортсыларҙың ярыштарын республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны.

Бер көнгә йәйәүлеләр майҙанына әүерелгән Ленин урамында заманса бейеү, ағастан һәм кейеҙҙән төрлө әйберҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Бында шулай уҡ спортсылар сығышын ҡарарға, ГТО нормативтарын тапшырырға мөмкин ине.

Был сарала булғандан һуң Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә: "Бөгөн яратҡан баш ҡалабыҙ Өфө тыуған көнөн билдәләй. Ҡотлайбыҙ! Урындағы халыҡ менән бергә ҡалабыҙ тағы ла матурыраҡ, уңайлыраҡ булһын өсөн бергәләп эшләйбеҙ. P.S. Ә был һыуһар скульптураһын, Өфөнөң символын, беҙҙең оҫталар имәндән яһаған. Тиҙҙән һеҙ уны ҡалалағы парктарҙың береһендә күрерһегеҙ", - тип яҙҙы.

Фото: glavarb.ru

Радий Хәбиров - Өфөлә үткән байрам сараларында
Радий Хәбиров - Өфөлә үткән байрам сараларында
Радий Хәбиров - Өфөлә үткән байрам сараларында
Радий Хәбиров - Өфөлә үткән байрам сараларында
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в