Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Июнь 2022, 13:30

Төп терәгебеҙ – халыҡтар берҙәмлеге

Владимир Путиндан һәм Михаил Мишустиндан ҡотлау телеграммалары килде.

Төп терәгебеҙ – халыҡтар берҙәмлеге
Төп терәгебеҙ – халыҡтар берҙәмлеге

Ил Президенты Владимир Путин һәм Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Рәсәй көнө айҡанлы ҡотлауҙар ебәрҙе.

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы, Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым.

Был байрам Тыуған иле менән ғорурланғандар, илһөйәрлектең күп быуатлы йолаларына, Ватанға элек-электән тоғро хеҙмәт күрһәтеүгә оло хөрмәт менән ҡарағандар өсөн ҡәҙерле. Һәм, әлбиттә, был байрам Рәсәй өсөн берҙәм яуаплылыҡты, уның яҡты киләсәген сағылдыра.

Һеҙгә иң изге теләктәрҙе еткерәм.

                                                                                                                                             Владимир Путин”.

***

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Мишустиндың ҡотлау телеграммаһында былай тиелә:

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Рәсәй көнө менән тәбрикләйем!

Был байрам – Ватан бөйөклөгө билдәһе. Беҙ Тыуған илебеҙҙе яратабыҙ, уның күп быуатлы тарихы, сағыу асыштар һәм ҡаҙаныштар менән ғорурланабыҙ. Берҙәмлек, фиҙакәрлек, хеҙмәт һөйөү, күп милләтле халҡыбыҙҙың ижади энергияһы – Рәсәйҙең төрлө саҡырыуҙарҙы, янауҙарҙы йырып сығыуҙа, уңышлы үҫешендә, сәскә атыуында төп терәк.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек теләйем. Ватан именлеге өсөн эшмәкәрлектә уңыштар.

                                                                                                                                               Михаил Мишустин”.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: