Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Июнь 2022, 16:30

Ышаныс менән алға барабыҙ

Радий Хәбиров бөгөнгө байрам сараларында ҡатнашты.

Ышаныс менән алға барабыҙ
Ышаныс менән алға барабыҙ

12 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнөнә, Өфө ҡәлғәһенә (крепосына) нигеҙ һалыуға - 448 йыл, Салауат Юлаевтың тыуыуына 268 йыл тулыуға арналған байрам сараларында ҡатнашты.

* * *

Рәсәй көнөндә республика етәксеһе Башҡортостандың Рус  дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуына 400 йыл тулыуға арнап күтәрелгән Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Һәйкәлгә нигеҙ 1957 йылда һалынған, ә уны тантаналы асыу 1965 йылда ойошторолған. Ҡоролма рус һәм башҡорт халыҡтарының дуҫлығын һынландыра.

* * *

Радий Хәбиров шулай уҡ башҡорт шағиры һәм ижтимағи эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәленә лә сәскәләр һалды.

Һәйкәлде 2019 йылдың июнендә астылар. Дөйөм бейеклеге – алты метр тирәһе. Авторы – скульптор, быға тиклем Өфөләге һәм Ҡазандағы башҡорт шағиры, яҙыусыһы, драматургы Мостай Кәримгә һәйкәлдәр эшләгән Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Ковальчук.

* * *

Төбәк етәксеһе ҡурай моңо аҫтында Салауат Юлаевтың тыуыуына 268 йыл тулыуға ҡарата Башҡортостандың милли батыры һәйкәленә лә сәскәләр һалды.

Рәсәйҙәге һәм Европалағы атҡа иң ҙур статуяны скульптор Сосланбәк Тавасиев проекты буйынса эшләгәндәр. Һәйкәлде 1967 йылда асҡандар. Ул облицовкалы гранитлы 10 метрлыҡ постаменттан һәм бейеклеге 9,6 метр булған, Ленинградтағы “Монументскульптура” заводында ҡойолған ат статуяһынан тора. 1970 йылда Сосланбәк Тавасиев ошо эше өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булған.

- Әлеге ябай булмаған осорҙа республика тотороҡло үҫешә - идара итеү командаһы, хеҙмәтсәндәр эшләй. Быйыл яҙғы сәсеүҙе яҡшы үткәрҙек, яҡшы уңышҡа өмөт итәбеҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров тантаналы сара тамамланғанда. – 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына арналған ҙур саралар үткәрәсәкбеҙ. Был юбилейға әҙерлекте башланыҡ инде һәм кешеләргә эшебеҙ хаҡында һөйләйбеҙ. Мәҫәлән, бөгөн баш ҡаланың Октябрь районында яҡтыртҡыс-музыкаль фонтаны булған “Ҡашҡаҙан” паркын асабыҙ. Юбилейға әҙерлек – дөйөм саралар комплексы ул. Юлдарҙа, ихаталарҙа, подъездарҙа тәртип булдырабыҙ, күп социаль һәм мәҙәни объекттарҙы ремонтлайбыҙ, яңы ҙур төҙөлөштө тамамлайбыҙ. Ышаныс менән алға барабыҙ.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: