Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
14 Июнь 2022, 14:00

Башҡортостан ҙур сараға әҙерләнә

Беҙҙең майҙансыҡҡа килгәндәр ғәжәпләнәсәк. 

Башҡортостан ҙур сараға әҙерләнә
Башҡортостан ҙур сараға әҙерләнә

Башҡортостан XXV Халыҡ-ара Петербург иҡтисади форумында ҡатнашырға әҙерләнә. Республикабыҙ унда иң ҙур төбәк майҙансыҡтарының береһе буласаҡ, унда бер нисә функциональ-тематик зона ҡараласаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һөйләшеү булды.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисди бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, беҙҙең экспозиция бик үҙенсәлекле буласаҡ. Мәҫәлән, һөйләшеүҙәр алып барыу зонаһы күп функциялы Ка-32А11ВС вертолеты кабинаһы рәүешендә башҡарылған. Был һауа судноһы моделы Башҡортостанда, Күмертау авиация предприятиеһында етештерелә. Һөйләшеүҙәр ваҡытында ҡунаҡтарға вертолет осошо имитацияһы, шулай уҡ Башҡортостандың тирә-яҡтарын ҡарап йөрөгән кеүек күрһәтеләсәк. Шулай уҡ һанлы тирмә ҡуйыласаҡ. Уның инсталяцияһы республика тураһында презентация материалдарын күрһәтәсәк, шул иҫәптән Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнап төҙөлгән объекттарҙы. Тағы бер яңылыҡ – форум майҙанында “Башҡортостан” башҡорт аш-һыуы рестораны урынлаштырыласаҡ.

Ресторандың концепцияһы – үҙ тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте һәм, иң мөһиме, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы менән тулы үҙенсәлекле төбәк булараҡ таныштырыу. Ресторан Башҡортостан музейҙары коллекцияһы менән дан тотҡан билдәле “Сармат алтыны” һындарын урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Башҡорт баҫыуҙарынан һәм тауҙарынан йыйылған төрлө милли аш-һыуҙан, шифалы эсемлектән – ҡымыҙҙан һәм үлән сәйенән ауыҙ итергә мөмкин.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: