Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
14 Июнь 2022, 15:00

Паркка йөрөгән транспорт һаны артасаҡ

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, яңыртылған паркка бик күп ял итеүселәр йөрөйәсәк. Шуға Ҡашҡаҙанға транспорт мәсьәләһен алдағы ике көндә хәл итергә кәрәк.

Паркка йөрөгән транспорт һаны артасаҡ
Паркка йөрөгән транспорт һаны артасаҡ

Радий Хәбиров Сипайлово биҫтәһендәге яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркына тиклем йәмәғәт транспорты рейстары һанын арттырырға тәҡдим итте. Бындай йөкләмәне ул бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Транспорт министрлығына һәм ҡала властарына бирҙе.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, яңыртылған паркка бик күп ял итеүселәр йөрөйәсәк. Шуға Ҡашҡаҙанға транспорт мәсьәләһен алдағы ике көндә хәл итергә кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Ҡашҡаҙан паркына килеп тоташҡан Жуков урамындағы юл япмаһының торошон тикшерҙе.

“Быйыл юл хеҙмәттәре соҡорҙарҙы ямайасаҡ. Киләһе йылда юл япмаһын алмаштырасаҡтар”, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала көнөндә, 12 июндә, Өфөлә реконструкциянан һуң төҙөкләндерелгән “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркы асылды.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: