Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Июнь 2022, 12:30

Ғафури паркында - Муса Гәрәев портреты

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның 5000 шәмдән торған портреты эшләнде.

Ғафури паркында - Муса Гәрәев портреты
Ғафури паркында - Муса Гәрәев портреты

Бөгөн төндә Өфөләге Ғафури паркында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның 5000 шәмдән торған портреты эшләнде.

Был турала баш ҡаланың Октябрь районы башлығы Сергей Плотников хәбәр итте.

“Берҙәм Рәсәй” һәм “Йәш гвардия” активистары полковник, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың портретын төшөрҙө. 9 июлдә тыуыуына 100 йыл тулған ҡыйыу осоусы дошмандарға ҡаршы 250 хәрби осош яһаған. Һәр шәм – Тыуған илен фашизмдан һаҡлаған бөтә геройҙарға хөрмәт күрһәтеү ул.

Бер нәмә лә онотолмаған, бер кем дә онотолмаған!” – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Муса Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә әлеге Илеш районында тыуған. Үҙенең хеҙмәт итеү осоронда полковник фашист илбаҫарҙарына ҡаршы 250 хәрби осош яһаған, дошмандар унан ҡурҡып торған.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: