22 июндә, илебеҙ тарихындағы иң ҡайғылы көндәрҙең береһендә, Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы бөгөн бөтә республикала “Хәтер шәме” акцияһы ойошторола.
Бөгөн иртәнге сәғәт 4-тә “Авангард” уҡыу-патриотик үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 81 йыл тулыуға арналған акция балаларға һәм йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолдо. Акцияла ҡатнашыусы Кушнаренко, Нуриман райондарынан һәм Өфө ҡалаһының Дим районынан уҡыу сборында тәрбиәләнеүсе балалар яланда һуғыш ваҡытында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу шәмен тоҡандырҙы. Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариаты вәкилдәре ҡатнашлығында, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итеп, митинг үткәрҙе.