Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Июнь 2022, 16:45

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

“Фронтҡа киткән яҡташтарға” һәйкәле янында хәтер митингы ойошторолдо. 

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Бөгөн, 22 июндә – Ҡайғы һәм хәтер көнөндә республикала бик күп хәтер саралары үтте. Төп митинг Өфөнөң Тимер юл вокзалы ҡаршыһындағы “Фронтҡа киткән яҡташтарға” һәйкәле янында ойошторолдо. Унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, һуғыш балалары ҡатнашты. Митингҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов, беренсе вице-премьерҙар Азат Бадранов менән Рөстәм Моратов, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре килде.

2020 йылда тап ошо көндә асылған һәйкәл өсөн Тимер юл вокзалы майҙаны осраҡлы һайланмаған. Тап ошо урындан Бөйөк Ватан һуғышына һалдаттар киткән һәм яҡындары уларҙы оҙатып ҡалған. Скульптура композицияһы туғыҙ фигуранан тора. Һәйкәл идеяһының авторы – республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров, ул уны үҙ аҡсаһына эшләткән. Проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә ике йыл дауамында билдәле скульптор Вадим Кириллов етәкселегендәге авторҙар коллективы эшләгән.

– Фронтта һуғышҡандарға, тылда көс түккәндәргә, балалығы урланған һуғыш балаларына, бөтә ветерандарға ҙур рәхмәт. Һеҙ был аяуһыҙ һуғышта еңеү яулап, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы һәр ваҡыт үҙ мәнфәғәттәрен яҡлай торған ил икәнен дәлилләнегеҙ. Башҡортостандан был һуғышҡа 700 меңдән ашыу кеше киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр бер өсөнсөһө тиерлек яу яланында ятып ҡалған. Башҡортостан бик күп геройҙар биргән төбәк: 200 меңдән ашыу яугиребеҙ ордендар һәм миҙалдар менән наградланды, 295 кеше Советтар Союзы Геройы, 46 кеше Дан орденының тулы кавалеры булды. Элек тә, әле лә Башҡортостан алдынғы төбәк булды һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, – тине Андрей Назаров.

Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Валерий Мөхәмәт улы Шәрипов 112-се кавалерия дивизияһында һуғышҡан атаһы тураһында һөйләне. Ул ҡаты яралана һәм санитар поезд менән тап ошо тимер юл вокзалына килтерелә.

– Атайым ғүмере буйы һуғышта алған яраларынан йонсоно, 50 йәшен дә тултырмай вафат булды. Тик ул өс малайына ғүмер һәм тәрбиә бирҙе. Беҙ һәм беҙҙең кеүек геройҙар балалары ошо һәйкәл янына килеп үҙҙәренең яҡындарын иҫләй ала. Бар ветерандарға ныҡлы һаулыҡ теләйем, бындар афәттәр башҡа ҡабатланмаһын, – тине ул.

Шулай уҡ митингта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашты һәм йәштәргә нәсихәт һүҙҙәрен еткерҙе. Улар ауыр йылдар тураһында һөйләне, әле Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Минингта ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалды, бер минутҡа тын ҡалып һәләк булғандарҙы хәтерләне, ветерандар менән аралашты. 

Нәсих Хәлисов фотолары. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: