Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
23 Июнь 2022, 12:15

Учалыла бер көндә дүрт яңы ФАП асылды

Һуңғы ике йылда Учалы районында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 11 ауылда заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлгән.

Учалыла бер көндә дүрт яңы ФАП асылды
Учалыла бер көндә дүрт яңы ФАП асылды

Учалы районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект «Здравоохранение») сиктәрендә төҙөлгән дүрт модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыуға арналған тантаналы саралар үтте.

Бар кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, заманса медицина учреждениелары Озерный, Илсе, Юлдаш һәм Өргөн ауылдарында асылды.  Халыҡ яңы ФАП-тарҙың төҙөлөүен ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре бар.

Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ФАП-тар буйлап экскурсиялар ойошторолдо, медицина учреждениеларын төҙөүҙә, тирә яҡтарын  төҙөкләндереүҙә тырышҡандарға рәхмәт хаттары, сәскәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Һуңғы ике йылда Учалы районында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 11 ауылда заманса фельдшер-акушер пункттары төҙөлгән.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.


ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: